Батырға һәйкәл ҡалҡырмы24.04.2013
Батырға һәйкәл ҡалҡырмы“Ветеран Башкортостана” журналында (2013 йыл, 3-сө һан) “Салауат Юлаев проспектында халыҡ батырына һәйкәл булырмы?” тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Уны уҡыған кешеләр, “Башҡортостан” гәзитенә лә шылтыратып, был фекерҙе хуплауын белдерҙе.

Өфө ҡалаһының Салауат Юлаев проспектында милли батырыбыҙға һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен Әмир ағай Сафин күтәреп сыҡҡайны. Һәйкәлдең эскизын ул рәссам Даян Теүәлев менән башҡара. Даян — профессиональ рәссам, Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған. Әлеге көндә “Вся Уфа” телеканалында инженер-рәссам булып эшләй. Һәйкәлдең эскизы бик үҙенсәлекле һәм тәрән мәғәнәле: тамырҙары ергә береккән мәғрур ағас азатлыҡ һөйөүсе Салауаттың ғорур күтәрелгән башын һынландыра. Үкенескә ҡаршы, проспектҡа һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме ҡала хакимиәте тарафынан хуплау тапмай. Йәнәһе, “артыҡ билдәләр ҡаланың архитектура мөхитен насарлай”.
— Тимәк, Салауатҡа ҡуйыласаҡ стела етәкселәргә артыҡ булып сыға инде, — тип аптырай Әмир Зөфәр улы. — Унда әле рекламанан башҡа нәмә юҡ бит. Проспектҡа ингән ерҙе батырыбыҙҙың һәйкәле биҙәп торһа, насар булмаҫ ине!
С. НӘЗИРОВ.
РЕДАКЦИЯНАН: Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, күтәрелгән мәсьәлә һеҙҙә ниндәй уй-фекерҙәр тыуҙырҙы, ғөмүмән Салауат Юлаев проспектын нисегерәк күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Ошолар һәм Өфө урамдарына ҡағылышлы үҙегеҙҙе борсоған башҡа мәсьәләләр хаҡында ла беҙгә яҙып ебәрерһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ.

долгосрочная аренда квартир в уфе


Вернуться назад