Бәхет кимәленең матди-көнкүреш шарттары менән генә түгел, шулай уҡ физик, әхлаҡи хәл менән дә үлсәнеүе барыһына ла мәғлүм. Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһындағы идаралығының уҡыусы йәштәр һәм студенттар менән эшләү бүлеге начальнигы, полиция капитаны Марат Мостафин Өфө сәнғәт училищеһының ятағына барғанда тап ошо мәсьәләләр менән танышыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Марат Айрат улы студенттар йәшәгән бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты, спорт комплексында булды.
Ялдың ойошторолоуы студенттарҙың уҡыуҙағы уңыштарына туранан-тура йоғонто яһай. Бында тематик кисәләр, иҫтәлекле даталарға арналған осрашыуҙар даими уҙғарыла.
Училище директоры Владимир Белов етәкселегендәге хакимиәт, дөйөм ятаҡтағы хеҙмәткәрҙәрҙең татыу коллективы һәйбәт шарттар булдырыуға күп көс һалған. Студенттар менән осрашҡанда Марат Мостафин йәштәр араһында енәйәтселекте, тәртип боҙоуҙы иҫкәртеү хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Фәһемле осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.