Йәмғиәттең иң нескә урыны18.11.2011
Йәмғиәттең иң нескә урыны1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы Бала хоҡуҡтары буйынса конвенция ҡабул итә. Ул бөгөн бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы үҙенсәлекле документ һанала. Конвенция донъя тарихында тәүге тапҡыр балаларҙы хоҡуҡи яҡлауҙы тәьмин итте.
Республикабыҙҙа бала хоҡуҡтарының тормошҡа ашырылыуы һәм йәш граждандарҙың йәмғиәттәге хәлен яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар хаҡында Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана СКОРОБОГАТОВА менән әңгәмәләштек.
– Милана Марат ҡыҙы, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килде. Уның әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?
– Конвенцияла билдәләнеүенсә, балалар – кешелектең тормош ауырлыҡтарына тиҙ бирешеүсән иң нескә урыны. Уның әле йәшәү тәжрибәһе, йәмғиәт тураһында белеме юҡ, үҙен үҙе яҡлай ҙа алмай, ә күңеле бар донъяға шар асыҡ. Бәлиғ булғанға тиклем уның һәр аҙымы өсөн ата-әсәһе яуаплы, сөнки барыбыҙҙың да тормоштағы төп бурысы – нәҫелде дауам итеү. Сабый – ул беҙҙе киләсәк менән тоташтырыусы яҡты нур, уның әһәмиәте йәмғиәт өсөн баһалап бөткөһөҙ. Ошо иң оло байлығыбыҙға тейешле белем биреү, уны хәстәрләү, рухи ҡиммәттәрен булдырыу, үҙе үҫкән мөхиттең торошо өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтеү – һәр ҡайһыбыҙҙың мөһим бурысы. Рәсәй Федерацияһында, шулай уҡ төбәктәрҙә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил институты бөгөн дәүләт власы һәм йәмәғәтселек иғтибарын ошо мәсьәләләргә йүнәлтергә мөмкинлек бирә.
– Аңлашылыуынса, вазифағыҙ күп тармаҡлы, үтә мәшәҡәтле. Эште нимәнән башланығыҙ?
– Тәү сиратта граждандарҙың мөрәжәғәтен өйрәндем, күптәре менән яҡындан аралаштым, республикалағы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар тәрбиәләнгән учреждениеларҙың барыһында ла тиерлек булдым. Яҡындан танышыу балалар мәнфәғәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тулыраҡ күҙалларға, айырыуса инвалид балаларға тәрбиә биреү мәсьәләһен ентеклерәк өйрәнергә ярҙам итте. Шул нигеҙҙә эш планы төҙөлдө, ғалимдарҙы, депутаттарҙы, башҡарма власть вәкилдәрен туплаған эш төркөмө булдырылды.
– Мәсьәләләрҙе хәл иткәндә кемдәрҙең ярҙамына таянаһығыҙ?
– Аппарат өс кешенән – секретарь-референт менән ике юристан тора. Республиканың төрлө ҡала һәм районында йәшәүсе алтмыштан ашыу йәмәғәт эшмәкәрен дә күҙ уңында тотам. Бөгөн йәмәғәт эшенә йәштәр күпләп килә, араларында юристар, педагогтар бар. Тиҙҙән ярҙамға йәш табиптар ҙа ҡушылыр тип көтәбеҙ, яңыраҡ Башҡортостан дәүләт медицина университетының сығарылыш курс студенттары менән аралашыу ошо өмөтөбөҙҙө арттырҙы. Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусылар араһынан сабыйҙарға, ғаиләләргә һөнәри ярҙам итерлек йәмәғәт эшмәкәрҙәрен хеҙмәттәшлеккә саҡырам.
– Быйыл яҙ Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусы малайҙы өлкән класс балалары йәберләп, шул ваҡиғаның видеояҙмаһы Интернетҡа ҡуйылғайны. Күңелһеҙ хәлде асыҡлауҙа һеҙҙең туранан-тура ҡатнашыуығыҙҙы беләбеҙ. Ҡыйырһытылған бала хәҙер үҙен нисек тоя? Бәләгә тарыған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?
– Малайҙың хәле һәйбәт, шул уҡ мәктәптә уҡыуын дауам итә. Йән өшөткөс ваҡиғанан һуң уҡытыусылар менән әңгәмәләр үткәрелде. Әгәр һәр мәктәп проблеманы дәррәү күтәреп алып, “сир”ҙе йәшермәһә, йәберләнеүсе уҡыусылар бөтөнләй булмаҫ ине, тип уйлайым.
Ауыр хәлдә ҡалған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре беҙгә 250-09-90 телефон номеры буйынса мөрәжәғәт итә йәки Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты аша электрон почтабыҙға хат яҙа ала. Башҡортостан Бөтә Рәсәй ышаныс телефонына ла (8-800-2000-122) тоташтырылған.
– “Бала” тигәндә нисә йәшкә тиклемгеләрҙе күҙ уңында тотаһығыҙ?
– 18 йәшкә тиклемге балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау бурысы беҙҙең өҫкә йөкмәтелгән. Етем һәм ҡарауһыҙ ҡалғандарҙың бала булараҡ хоҡуҡтары 23 йәшкә тиклем оҙайтылған.
– Һеҙ үҙегеҙгә мөрәжәғәт иткән һәр кемгә лә ярҙам күрһәтә алаһығыҙмы?
– Дөрөҫөн әйтәм: барыһына ла ярҙам итә алмайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, торлаҡ алыу, йәшәү шарттарын яҡшыртыу кеүек ҡайһы бер проблемалар алдында беҙ көсһөҙ. Төп бурысыбыҙ – балаларҙың именлегенә хәүеф янаған хәлдәрҙе иҫкәртеү, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә барыһын да туплау, дөрөҫ йүнәлеш биреү.
Шулай ҙа ярҙам күреүселәр күберәк. Мәҫәлән, ундан ашыу уҡыусыны, төрлө сәбәп табып, үҙҙәре уҡырға тейешле мәктәптәргә ҡабул итмәгәндәр. Август аҙағында уларҙың директорҙары менән етди һөйләшергә тура килде. 1 сентябрҙә балалар теләгән мәктәптәренә барҙы. Төрлө фондҡа мөрәжәғәт итеп, ауырыу сабыйға ҡиммәтле дарыуҙар алып бирешһәм дә, ауыр хәлдә ҡалғандарына белем алырға ярҙам итерҙәй бағыусылар тапһам да бик һөйөнәм. Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләп, ғаиләне тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалған саҡтар ҙа булғылай. Уларҙың балалары тулы ғаиләлә үҫәсәк, тип шатланам.
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад