Хурлап ҡына эскелекте еңеү мөмкин түгел Ни өсөн кеше спиртлы эсемлектәр ҡуллана? Был һорауға социологтарҙың тикшеренеүҙәре яуап бирә. Шуларҙың ҡайһы берҙәре менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ.
1. Спиртлы эсемлектәрҙе табыш алыу өсөн етештермәһәләр һәм һатмаһалар, эскеселәр булмаясаҡ!
2. Эшһеҙлек, социаль ғәҙелһеҙлек, тормоштоң ауырлашыуы күптәрҙе эскелеккә этәрә.
3. Ғаиләләрҙең тарҡалыуы, ир-аттың кәмеүе һөҙөмтәһендә аҫыл заттың "йәшел йылан"ды әшнә итеүе йыш күҙәтелә.
4. Диндең тәрбиәүи йоғонтоһо кәмене.
5. Пионер, комсомол ойошмаларының бөтөрөлөүе йәштәрҙе тәрбиәләү эшен һүлпәнәйтте.
6. "Демократия" төшөнсәһен "бер ни ҙә тыйылмай, нимә эшләһәң дә ярай" тип ҡабул иттек.
7. Мәктәп белем бирһә лә, тәрбиәне онотто.
8. Иҫерткестәр бик арзан тора.
Эсергә сәбәптәр ҙә күп, булмаһа, үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Кемдер эсемлекте кәйеф күтәреү, аралашыу, байрамдарҙы күңелле үткәреү өсөн файҙаланһа, ҡайһы берәүҙәр ҡайғы-хәсрәттән арыныу һәм төрлө йола, тантаналарҙы билдәләүҙе араҡынан башҡа күҙ алдына ла килтермәй.
Кемдер уны һалҡын тейгәндә, аппетит юғалғанда, дарыу маҡсатында ҡулланырға әүәҫ.
Йәштәр эскеһе килгәндән рюмкаға үрелмәй, өлкәндәргә оҡшарға тырышыу, тиҙерәк улар ҡорона инеү теләге, тиҫтерҙәре араһында айырылып тороу тойғоһо эскелеккә этәрә. Ир-аттың ҡатын-ҡыҙҙы ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйларға тырышҡанын күҙәткәнегеҙ барҙыр. Ә эскесе ҡатындар әхирәттәрен, күрше-күләнен эскелек һаҙлығына һөйрәй. Йышая барған күңел асыуҙарҙың ахыры билдәле инде, күп осраҡта хәмер башҡа китеп кенә ҡалмай, башҡа ла етә. Эскелек хәйерселеккә юл аса, кешелектән сығара, балаларҙы етем итә.
Әммә был социаль күренеш элек беҙҙең халыҡҡа хас булмаған. Башҡорт мәжлестәрҙә күңел күтәрер өсөн ҡымыҙҙан башҡа бер ни эсмәгән. Һуңғараҡ бал әсетеү менән мауыҡҡандар. Был йәмһеҙ күренеш Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа бөтә ил буйлап тарала. Тарихтан белеүебеҙсә, һөжүмгә күтәрелер алдынан һәр һалдатҡа йөҙ грамм араҡы биргәндәр. Иҫән-һау ҡайтҡан яугирҙәрҙең күбеһе эсергә өйрәнгәйне. Күпте күргән-кисергән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләрҙең хәлен аңларға тырыштылар. Яман ғәҙәт тиҙ арала башҡаларға ла "йоҡто". Пионер, комсомол ойошмалары гөрләп торған саҡта йәштәр араһында эскелек аҙ булды. Хәҙерге заман мәктәбендә белем алыу менән бер рәттән тәмәке көйрәтергә, тәртип боҙорға, күмәкләшеп иҫерткестәр эсергә лә өйрәнәләр.
Һуңғы йылдарҙа ғәҙәти күренешкә әүерелгән эшһеҙлек социаль көсөргәнеш тыуҙырҙы. Ғәҙелһеҙлекте ауыр кисергән бәғзеләр хәсрәтен араҡы менән "йыуып", көнитмешен еңеләйтергә тырыша. Һөҙөмтәлә ғаиләләр тарҡала. Һанап китһәң, эскелек тамырҙарының ифрат күплегенә инанаһың. Йәмғиәттең ни тиклем "сирле" булыуы күҙгә ташлана. Әммә алкоголизмды хурлап ҡына уны еңеү һис мөмкин түгел. Ғөмүмән, "эскелеккә ҡаршы көрәш" тигән лозунгты йәнем һөймәй. Эскеселәр менән көрәшеү һис тә файҙалы, уңышлы юл түгел. Минеңсә, бары яҡшы миҫалдар, өлгөлө ғаиләләр, айыҡ аҙымдар миҫалында "йәшел йылан"дың ағыуын баҫырға, йоғонто яһарға мөмкин. Бөтә көсөбөҙ, тырышлығыбыҙ айыҡ тормоштоң өҫтөнлөгөн, бәҫен күтәреүгә йүнәлтелһә ине.