Ауылдың йөҙө лә, күҙе лә — улар24.04.2013
Ауылдың йөҙө лә, күҙе лә — уларРайондың мәҙәниәт йортона ағылған халыҡ араһында бер-береһен күптән белгән фекерҙәштәр, таныш йөҙҙәр күплеге әллә ҡайҙан һиҙелә. Фойела бер туғандай ҡосаҡлашып күрешкәне лә, йылмайып баш ҡаҡҡаны ла, һөйләшеп һүҙе бөтмәгәне лә етерлек. Бында ошо бәрәкәтле ерҙең именлеген һаҡлаусы, халыҡ менән тығыҙ эшләүсе, донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә алған муниципаль хеҙмәткәрҙәр тәүге тапҡыр профессиональ байрамын билдәләргә йыйылды.

Хәтергә төшөрәйек әле. Былтыр ил Президенты Владимир Путин Урындағы үҙидара көнөн булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйғандан һуң, 21 апрель байрам көнө тип иғлан ителде. Яңы иҫтәлекле профессиональ дата быйыл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр билдәләнә, һис шикһеҙ, уның йылдан-йыл күркәмләнеренә, яңы биҙәктәр, бай йөкмәтке менән тулыланырына ышаныс көслө. Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, 1785 йылдың тап 21 апрелендә императрица Екатерина II тарафынан урындағы үҙидара тураһында закондарҙың үҫешенә башланғыс һалған “Ҡалаларға хоҡуҡ грамотаһы” раҫланғанын күрербеҙ. Бөгөн Рәсәйҙә 23 меңдән ашыу муниципаль берәмек бар, урындағы үҙидара органдарында 340 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй, муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарына 235 меңдән Ауылдың йөҙө лә, күҙе лә — уларашыу депутат һайланған.
Башҡортостан Рәсәйҙә муниципаль берәмектәр һаны буйынса лидерҙар рәтендә, барлығы 1019 муниципаль берәмек иҫәпләнеп, шуның 942-һе — ауылдарҙа. Яңы иҫтәлекле көндө булдырыуҙың маҡсаты ла бик изге — урындағы үҙидара институтының ролен һәм әһәмиәтен күтәреү.
— Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе бер усҡа йыясаҡ был әһәмиәтле сараны хупларға ғына кәрәк, — тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөфәр Әхмәтов, тантана башланыр алдынан. — Күрерһегеҙ, байрамдан бигерәк эш тураһында күберәк һүҙ барыр әле. Үҙидара хеҙмәткәрҙәренең 164-ен дә яҡшы беләм: халыҡты берҙәм ҡуҙғатып, ташҡын йылғаға әүерелдереү оҫталығына, халыҡ рухын тергеҙеүгә бик һәләтлеләр. Ауыл кешеһенең ихтыяжын аңлап, тирә-яҡ мөхитте ҡәҙерләү, урамдарҙы төҙөкләндереү, сүп-сарҙан арындырыу, эсәр һыу менән тәьмин итеү кеүек донъяуи мәсьәләләрҙе сисеүҙән алып һәр ғаиләнең тын алышын һиҙгер тойоп йәшәүсе хеҙмәт эйәләре улар. Төбәктең уңыштары ла уларҙың профессионаллегенә туранан-тура бәйле.
Район хакимиәт башлығы Дамир Мостафин, тантананы асып, һәр кемде байрам менән ихлас ҡотланы:
— Урындағы үҙидаранан тыш, гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөп булмай. Икенсе яҡтан, тейешле финанс ярҙамынан башҡа ҡоро хоҡуҡтар ғына ла үҫеште тәьмин итә алмаясаҡ. Тормош-көнкүреш мәсьәләләренә көн дә иғтибар кәрәк, был тәңгәлдә беҙгә ярҙамға килеүсе ауыл старосталарының хеҙмәтен юғары баһалайым. Улар араһында осраҡлы, битараф берәү ҙә юҡ, 77-һе лә — ихтирамға лайыҡ, абруйлы шәхестәр.
Етәксе тормошобоҙҙо йәмһеҙләүсе, үҫеште тотҡарлаусы, шәхесте рухи ярлыландырыусы эскелек, һәлкәүлек, ялҡаулыҡ кеүек күренештәрҙе лә урап уҙманы, әлегә иң “ауыртҡан ер” — кешенең үҙаңын үҙгәртеү, тип билдәләп, власть һәм халыҡтың иң тәьҫирле эш формаһы — ауыл старосталарының эшмәкәрлегенә өмөт бағлауын белдерҙе.
Әлшәйҙәрҙе ҡотларға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты етәксеһе Рөстәм Күзбәков та килгәйне. Ул, вәкәләттәре күп булһа ла, әлегә финанс яғынан ҡытлыҡ кисергән властың үҙаллы тармағында эште яҡшыртыу, ҡаҙнаны тулыландырыу мөмкинлектәре, депутаттар корпусын нығытыу хаҡында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Рөстәм Сөләймән улы Ишембай районының Смаҡай ауылы территориаль ойошмаһы миҫалында үҙидараның йоғонтоло, күп яҡлы эшмәкәрлеген өлгө итеп ҡуйҙы. Үҙенең янғын һүндереү дружинаһын булдырған, ауылды һәм зыяратты даими төҙөкләндергән, мәктәбен һаҡлап алып ҡалған, өҫтәүенә 17 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән смаҡайҙарҙың тәүәккәллеге, ысынлап та, “таш яра” түгелме? Бер ниндәй бойороҡһоҙ үҙ теләге менән идара итеүҙе ҡулына алған ауыл халҡы эргәләге йүкә урманын күҙ ҡараһындай һаҡлай (умартасылыҡ тамыр йәйгән бында), урамдарҙы тәртиптә тота, эскеселәргә көн бөткән. Бөгөн улар миллион һумдарҙы ауылда һыу торбалары үткәреүгә тотонмаҡсы. Смаҡайҙарға тәжрибә уртаҡлашыу өсөн республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан ғына түгел, Татарстандан да хәл-әхүәл белешергә киләләр.
Мишкәләр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ашхана юҡлығы арҡаһында мәктәпте ябырға ҡарар иткәндәрен белеп, ауыл менән дәррәү өмәгә сығалар, аҙмы-күпме ваҡыт эсендә үҙ ҡулдары менән күркәм бинаны төҙөп тә ҡуялар. Дамир Радик улы әйтмешләй, бөгөн бер һыйырға ҡарап ҡына тыныс йәшәү мөмкин түгел. Тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ, иң мөһиме — теләк кәрәк.
Байрам тантанаһында сығыш яһаған үҙидара етәкселәренең барыһы ла, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, халыҡта берҙәмлек булғанда, йәшәү кимәлен күтәреү мөмкинлеген раҫланы. Сараның иң күңелле өлөшө, әлбиттә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков һәм район хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың ҡулынан Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары алыу булғандыр. “Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була” тигән әйтем был юлы дөрөҫкә сыҡманы: күркәм сара үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алһын өсөн халыҡты яҡтыға, кәңәшләшеп эшләүгә әйҙәүсе хеҙмәткәрҙәрҙе ойошторған да, дәртләндергән дә күңел байрамы булды.


Вернуться назад