Ҡартлыҡты алдаштырайыҡ, аҙаштырайыҡ24.04.2013
Ғүмерегеҙҙе оҙайтҡығыҙ, йылдар дауамында һау-сәләмәт булғығыҙ килһә, ҡайһы бер йәнлектәрҙең йәшәү рәүешенән өлгө алығыҙ, тип кәңәш бирмәксебеҙ. Ҡартлыҡты ла хәйләләп, ҡайҙалыр аҙаштырып, алдаштырып була, тиҙәр.
Бесәй
Даими рәүештә үҙегеҙ өсөн тәнәфес ойоштороғоҙ. Маҡсатығыҙға өлгәшеү юлдарын алдан билдәләгеҙ, көсөгөҙҙө артыҡ күп сарыф итмәҫкә тырышығыҙ.
Крокодил
Ҡайһы саҡта ялҡауланып алыу ҙа килешер. Йәйге ҡояштың шифалы нурҙарында ҡойоноғоҙ. Изге, яҡшы маҡсаттар хаҡына ғына көсөгөҙҙө туплағыҙ.
Бал ҡорто
Ҡайһы саҡта иңегеҙгә төшкән эште башҡалар менән уртаҡлашыу яҡшы.
Балыҡ
Олпат йәштә лә тормоштан йәм табып йәшәй белегеҙ. Был тәңгәлдә рекорд ҡаҙанырға саҡырмайбыҙ, кешеләр һеҙҙе ҙурлаһын, баһалаһын өсөн түгел, ә үҙегеҙ өсөн йәшәй белергә өйрәнергә кәрәк.
Йылан
Тормош юлынан, энергияғыҙҙы юҡҡа-барға сарыф итмәй, алға табан ышаныслы шыуышығыҙ.
Маймыл
Спорт менән дуҫлашығыҙ, әммә көсөргәнешһеҙ, арыу-талыуһыҙ шөғөлләнегеҙ.
Ташбаҡа
Үҙегеҙҙе бер ҡасан да ашыҡтырмағыҙ. Ҡайһы саҡта яйыраҡ булыу һәм асыуланмау һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына ғына.