Үҙгәрештәр өмөтләндерә24.04.2013
Ашмы, аҡсамы?

Былтыр ҡан биргән өсөн аҡсалата түләүҙәр бөтөрөлгәс, йәмғиәттә төрлө ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр яңғыраны. Донорлыҡ тураһында яңы закон буйынса аҡсалата түләүҙең туҡландырыу менән алмаштырылыуын ил Президенты ла хупламаны. Ҡан биреү бизнесҡа әүерелмәһен, ә миһырбанлыҡ, күңел ҡушыуы буйынса башҡарылһын тигән теләктең изгелеген баһалап, ул шәфҡәтлелектә лә стимул булырға тейешлеген билдәләне.

Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитетының сираттағы ултырышында ошо мәсьәлә ҡуҙғатылды. "Башҡортостан Республикаһында донорлыҡ һәм ҡан компоненттары тураһында" яңы закон проекты буйынса фекер алышыу булды.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Г. Шебаев әйтеүенсә, әле республика медицина учреждениеларында ҡанға ҡытлыҡ юҡ. Беренсе кварталда 10 850 литр ҡан йыйылған. Шулай ҙа йыл да операцияларҙың 11 процентҡа артыуы яңы закон проектына үҙгәрештәр индереүҙең көнүҙәклеген күрһәтә. Һаулыҡ һаҡлау министры Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына туҡландырыуҙы аҡсалата түләүгә алмаштырыу тураһындағы мәсьәлә менән федераль кимәлгә сығырға тәҡдим итте.

Түләү күләме яңынан ҡарала

Уллыҡҡа алған кешеләргә бер тапҡыр түләнгән аҡсалата пособие тураһындағы законға етди үҙгәреш индерелеүе мөмкин.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты ултырышында инвалид балаларҙы уллыҡҡа алғанда, пособие күләмен 100 мең һумға арттырыу мәсьәләһе ҡаралды. "Башҡортостан Республикаһында баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған граждандарға бер тапҡыр түләнеүсе айлыҡ пособие тураһында"ғы Законға ярашлы, 2011 йылдың 1 ғинуарынан уллыҡҡа алынған һәр бала өсөн әсәлек капиталы күләмендә аҡса түләнеп килде. Тимәк, матди дәртләндереү сараһының йәнә артыуы көтөлә.
Әйткәндәй, әле республиканың балалар йорттарында 145 инвалид бала тәрбиәләнә.


Вернуться назад