«ЕРҘӘН ЭҘЛӘГӘН БӘХЕТТЕ КҮКТӘН ТАПТЫМ!»24.04.2013
«ЕРҘӘН ЭҘЛӘГӘН БӘХЕТТЕ КҮКТӘН ТАПТЫМ!»Сираттағы сессияға барған Алинаға әхирәте: «Стюардесса булып эшкә урынлашырға ине. Минең менән иптәшкә конкурсҡа бармаҫһыңмы икән, юҡһа, ныҡ тулҡынланам», — тип әйтеп һала. Һәр саҡ ярҙамға ашҡынып торған ҡыҙ ризалаша. Бәйге булаһы урынға барһа, ни ғәжәп: әхирәте генә түгел, Элена апаһы ла ҡаршыһына килеп баҫа, ҡулында Алинаның фотолары ла күренә. Һай, был ҡатын-ҡыҙҙың хәйләһе! Баҡһаң, «ҡурҡаҡ ҡыҙ» эшкә үҙен түгел, ә әхирәтен урынлаштырырға ниәтләй икән. Ҡыҙыҡ өсөн типме, апаһы менән әхирәтенең һүҙен йығалмайсамы, конкурста уйынлы-ысынлы ғына ҡатнашырға була Алина. Һәм… 500 кеше араһынан һайлап алынған 120 стюардессаның береһе – ул! Комиссия ағзаларына ҡыҙҙың инглиз телендә иркен аралашыуы оҡшай.

Шулай итеп, конкурс артта ҡала, әммә самолетҡа ултыр ҙа ос та кит түгел әле. Һаулығыңдың ныҡлығы һәм аң-зиһенеңдең теүәллеге мотлаҡ. Был кәртәне лә еңел үтә Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Артабан Төмән ҡалаһында ике ай ярымлыҡ әҙерлек курсында булып ҡайта.
Унда ҡыҙҙарға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән сығыу юлдарын өйрәтәләр. Самолет ҡолай башлаһа, тәү сиратта ниндәй аҙым яһарға? Ауырлы пассажир сирләп китһә, тыуасаҡ баланы нисек ҡабул итергә? Эскән кеше, психик сирлеләр менән нисек аралашырға? Былары — Алина белгәндәрҙең меңдән бер өлөшө генәлер.
Ҡатын-ҡыҙ эше тиһәләр ҙә, еңелдән түгел икән стюардесса булыу. Беҙ, ирҙәр, тыуған илде һаҡлайбыҙ тип күкрәк кирәбеҙ. Бортта эшләп ҡара һин! Самолетты ҡабул итеп алырға, энәһенән-ебенә тиклем тикшерергә, осоу мәлендәге көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға кәрәк.
Шулай ҙа ҡаушап ҡалғандарҙан түгел Алина. Бына инде бер нисә йыл "Боинг"тарҙа һауа гиҙә ул. Хәҙер инде яңғыҙы түгел, һөйөклө ире менән икәүләп! Үҙ яртыһын да нәҡ болоттар араһында, “Ҡош юлы”нда осрата. Һоҡланып туйғыһыҙ парҙың ошо көндәрҙә улдары донъяға килде. «Ерҙән эҙләгән бәхетемде күктән таптым!» – ти стюардесса. Ысынлап та, ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, ниндәй генә вазифа биләмәһен, әсә, ир ҡатыны булыуҙан да юғары бәхет бармы ни ҡатын-ҡыҙ өсөн?!


Вернуться назад