Изге маҡсат берләштерҙе23.04.2013
Белорет районындағы Ғәбдөк ауылы халҡының ташҡындан ифрат ҙур зыян күреүе, уларға ярҙам йөҙөнән “Башҡортостан” гәзите редакцияһының, тәүгеләрҙән булып, үткән аҙнала мәрхәмәтлек акцияһы иғлан итеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Өфөләр ғәбдөктәрҙең бәләһенә битараф ҡалманы: акцияның тәүге көнөндә үк Матбуғат йортона донъя кәрәк-ярағы, кейем-һалым тулы сумка-сумаҙандар тотҡан кешеләр ағылды.
Яңы аҙнаны ла изге күңелле кешеләр асып ебәрҙе: эш көнө башланыр-башланмаҫтан бәлә-ҡазала зыян күреүселәргә хәлдән килгәнсә файҙа күрһәтәйем тип ниәтләгәндәр редакцияның ишеген ҡаҡты. Шундайҙарҙың береһе – Мария Преображенская.
– Акция хаҡында телевидение яңылыҡтары аша ишеттем. Туҡта әле, мин әйтәм, бәләне берәү ҙә саҡырып алмай, кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Үҙем ҡалала тыуҙым, ошонда үҫтем, ғүмер буйы бухгалтер булып эшләнем. Шөкөр, ташҡын кеүек афәтте кисергәнем булманы, әммә аңлайым: бер нисә сәғәт эсендә бар мөлкәтеңдән яҙаһың. Ҡот осҡос. Әммә артабан йәшәргә кәрәк. Ошо йәһәттән мәрхәмәтлеләрҙең ярҙамы урынлы булыр, тип уйлайым, – тип белдерҙе Мария Александровна.
Әүҙемдәр исемлегендә – ҡәҙимге тормош юлы үткән төрлө һөнәр эйәләре, төрлө милләт вәкилдәре. Уларҙа – уртаҡ уй: бәләне еңеүҙә берҙәмлек мөһим.
Беҙ иһә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: акция 26 апрелгә тиклем дауам итә. Ғәбдөк ауылы халҡына ярҙам итергә теләгегеҙ булһа, редакция һеҙҙе көтә! Ә инде тәүге гуманитар ылау Белорет тарафына бөгөн оҙатылды.
Ғәзимә МЫРҘАГИЛДИНА, Йөйәк ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
– Көн кинәт йылынып киткәс, тағы хафаға ҡалдыҡ: тауҙарҙағы ҡар иреп, Инйәр йылғаһы ҡабат күтәрелде. Ямғыр яуып ебәрмәһен тип теләп кенә торабыҙ. Ғәбдөк халҡы аҡрынлап донъяһын теүәлләй, хужалығын төҙәтә (31 хужалыҡ айырыуса ҙур зыян күргән). Әммә әлегә күңелде йылытырлыҡ хәл-ваҡиғалар булманы, район етәкселеге тарафынан ярҙам итергә ашыҡмайҙар. Ә ярҙам бик кәрәк! Ауылға һаман юл да юҡ – һыу аҫтында. Беҙ унда йә электричка менән барабыҙ, йә автомобиль менән юл өҙөлгән урынға тиклем етеп, артабан тау аша 5-6 километр йәйәү атлайбыҙ. Ғәбдөктә аҙыҡ-түлек запасы бөтөүгә табан бара – ошо мәсьәләне лә тиҙерәк хәл итеү фарыз. Аҙналы ауылынан бер фермер ҙур зыян күргән ғаиләгә тай бүләк иткәйне – барып алаһы бар. Ауыл халҡына ярҙам итеү өсөн асылған махсус иҫәпкә аҡса күсә башлаған – шуныһы ҡыуаныслы, әммә уны аныҡ ғаиләгә юллау өсөн зыян күреүселәрҙең үҙ иҫәбе лә булырға тейеш. Был йәһәттән бәғзеләр документ юлларға ашыҡмай, һөҙөмтәлә беҙҙең эште лә тотҡарлай.