Инглиз теленә иғтибар арта23.04.2013
Республика башҡорт лицей-интернатынан жюри Рәсәйҙә ҙур танылыу яулаған Американың ТED проектына нигеҙләнгән “TEDxRBLI” конференцияһында еңеүселәрҙе билдәләне. Технология, күңел асыу һәм дизайнды аңлатҡан проектты төҙөүселәр фекерҙәр, идеялар менән уртаҡлашыу майҙансығын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Өс минутлыҡ сығышында уҡыусы үҙ проектының асылын әйтеп бирергә, тамашасыны ҡыҙыҡһындырырға тейеш.
Лицей уҡыусылары араһында иң яҡшы сығышҡа конкурс апрель башында иғлан ителгәйне. Конференцияны ойоштороусылар инглиз телендә оҫта һөйләй белгән, фән, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәләрендә үҙ идеяларын аңлайышлы һәм үҙенсәлекле еткерергә һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлауҙы күҙаллай. Төп шарт — ышандырыу һәләте, оҫта һәм матур һөйләй белеү. Теманы асыу менән бер рәттән уҡыусының ораторлығы, инглиз телен белеү дәрәжәһе баһаланды.
— Үҙенсәлекле ТED форматы инглиз телендә генә сығыш яһауҙы күҙ уңында тота. Беҙҙекеләр өсөн был яңылыҡ түгел, сөнки улар VII кластан был телде тәрән өйрәнә, артабан инглиз теле менән бергә математика, физика, информатика һәм химия фәндәрен уҡый, — ти Республика башҡорт лицей-интернаты директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары Әсхәт Зарипов. Конференцияның финалында ентекле һайлап алынған уҡыусылар ҡатнашты. Йөҙҙәрсә роликтың 23-ө генә һуңғы этапҡа үтә алды. Ҡатнашыусылар идеяларын инглиз телендә тәҡдим итте, уларҙы мультимедиалы материалдар, ғилми тәжрибәләр менән тулыландырҙы.