Халыҡ күҙ төбәп уларға килә20.04.2013
Халыҡ күҙ төбәп уларға киләКисә муниципалитеттарҙың һөнәри байрамы – Урындағы үҙидара көнө билдәләнде. Был байрам былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылғайны.

Беренсе тапҡыр ғына үткәрелһә лә, уның сығанағы тарих төпкөлөнә барып тоташа. 1785 йылда тап ошо көндә Екатерина II “Рәсәй империяһы ҡалалары хоҡуҡтарына һәм файҙаһына грамота”ны раҫлаған.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, тантанала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлап, алда торған бурыстар хаҡында һөйләне.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн муниципалитеттар – халыҡҡа иң яҡын торған власть органы. Төбәктәрҙә йәшәгәндәр үҙҙәрен борсоған мәсьәлә, үтенес менән нәҡ уларға күҙ төбәп бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә властың эшенән риза булмаусылар етерлек. Урындағы үҙидараның төп бурысы – халыҡтың тормошон яҡшыртыу, ышанысын аҡлау, мохтаждарға ярҙам итеү.
Рөстәм Хәмитов көнүҙәк мәсьәләләргә лә туҡталды, уларҙы бергәләп хәл итергә саҡырҙы. Әлегә кәйефте ҡырғандары бихисап. Мәҫәлән, айырым төбәктәрҙә Халыҡ күҙ төбәп уларға киләбуш ятҡан баҫыуҙар күп. Улар файҙа килтермәй, ҡайһылары хатта рәсмиләштерелмәгән дә. Магазиндарҙа иһә хужалыҡ тауарҙары булмаһа ла, иҫерткес эсемлектәрҙән кәштәләр һығылып тора. Бәғзе берәүҙәр ялған араҡы менән кәсеп итә, халыҡты ағыулай.
Әлбиттә, үҙ вазифаңа намыҫ менән ҡарап, урындағы халыҡ, ауылдаштар өсөн булһын тип йәшәгәндә, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға мөмкин. Был йәһәттән Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Әбйәлил районының Ҡырҙас ауыл Советы хакимиәте башлығы Мәүҙиғә Баймөхәмәтованың эш тәжрибәһен маҡтап телгә алды Президент. Эшлекле ханымдың тырышлығы менән бөгөн ауылда насар ғәҙәттәр юҡҡа сыҡҡан, енәйәтселек кәмегән. Шулай уҡ Шаран районының Дмитриева Поляна ауыл Советы хакимиәте башлығы Ғәмбәр Әхмәҙиев, Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауыл Советы хакимиәте башлығы Ғәлимйән Лотфорахманов, Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауыл Советы хакимиәте башлығы Нурислам Тимеровтарҙың өлгөлө хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ.
Тантанала иң яҡшы муниципаль берәмектәргә, алдынғыларға – яҡшы хеҙмәте менән башҡаларға өлгө булып торғандарға – иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрам сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.


Вернуться назад