“Ҡотҡарып һәм һаҡлап ҡалайыҡ”20.04.2013
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сараларына ярашлы, Башҡортостанда “Ҡотҡарып һәм һаҡлап ҡалайыҡ” халыҡ-ара экология акцияһы башланды.
Акцияға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эш төркөмөнә тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев етәкселек итә. Эш төркөмөнә шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрҙары, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре комитеты, Кама һыу бассейны идаралығының республика буйынса һыу ресурстары бүлеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде. Быйыл “Ҡотҡарып һәм һаҡлап ҡалайыҡ” акцияһы “Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!” девизы аҫтында үтә.
Саралар республикабыҙҙа 1 октябргә тиклем дауам итә. Планға ярашлы, “Парктар маршы-2013”, “Сүп-сарға урын юҡ”, “Республикам”, “Тәбиғәт һәм кеше”, “Изге эштәр йылъяҙмаһы” республика акциялары, шулай уҡ “Аң экологияһы көнө” проекты, “Башҡортостанымдың ҡанатлы дуҫтары” конкурсы уҙғарыла. Бынан тыш, экологик темаға кинолар күрһәтелә, “Ирәмәл” тәбиғәт паркында “Көньяҡ Уралдағы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төбәк-ара бәйләнеш мөмкинлектәре” тигән темаға конференция ойошторола.
Башҡортостанда тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән күләмле акцияла йыл һайын миллиондан ашыу кеше ҡатнаша.