— Мин лотереяға фотоаппарат оттом. Һалым түләргә тейешменме, түләһәм, күпме? Квитанцияны оҙаҡ көтөргәме?
— РФ ҺК-ның 228-се, 229-сы статьяларына ярашлы, ойоштороусылар тарафынан түләнгән лотерея, тотализатор һәм башҡа шундай нигеҙе хәүефле һаналған уйындарға ҡоролған отош тураһында кеше урындағы һалым органдарына хәбәр итергә, декларация тултырырға тейеш. Граждандар килемгә һалым буйынса декларацияны бер йыл эсендә 30 апрелгә тиклем биреп, отош хаҡының 13 проценты күләмен 15 июлдән дә ҡалмайынса түләргә бурыслы. Был сағында һалым органдары тарафынан бер ниндәй белдереү ҡағыҙы ла, квитанция ла ебәрелмәй. Әгәр декларация һуңыраҡ тултырылһа, РФ ҺК-ның 119-сы статьяһына ярашлы, һалым түләүсегә түләнмәгән сумманың 5 проценты күләмендә штраф һалынасаҡ. Ошо декларация нигеҙендә һәр тулы һәм тулы булмаған ай иҫәбенә 30 процентҡаса, әммә 1000 һумдан да кәм булмағанса хаҡ өҫтәлә.
— Ҡыҙымды түләп уҡыттым. Уҡыу йорто менән килешеү минең исемгә төҙөлдө. 2008—2012 йылдар өсөн аҡсамды өлөшләтә ҡайтара аламмы?
— РФ ҺК-ның 1-се статьяһына (2-се б.) ярашлы, ата-әсә балаһына 24 йәшкә тиклем уҡыуына түләгән өсөн һалым ҡайтармаһын (вычет) алырға хоҡуҡлы. Түләүҙәрҙе өлөшләтә ҡайтарыу белем биреү учреждениеларының көндөҙгө бүлегендә белем алыусыларға ҡағыла. Тик бер балаға 50 меңдән дә артырға тейеш түгел.
Ҡайтарма һалым органы тарафынан граждандарҙың килеменә һалымдың (НДФЛ) 3-сө формаһы декларацияһы нигеҙендә кешеләрҙең йәшәгән урынына ебәрелә. Граждандарҙың уҡыу йорто менән килешеү һәм түләнгән сумманы иҫбатлаған документтарҙың күсермәһен һалым органдарына тапшырыуы мотлаҡ. Ата-әсә шулай уҡ килемен һәм тотоп ҡалынған һалымын күрһәтеүсе Граждандар килеменә һалымдың 2-се формаһы (№ 2 — НДФЛ) тураһында ла белешмәне эш урынынан алырға тейеш.
РФ ҺК-ның 7-се статьяһына ярашлы, социаль һалым ҡайтармаһын юллау ғаризаһы уҡыуға түләнгәндән алып өс йыл эсендә бирелергә мөмкин. Һеҙ һуңғы өс — 2010, 2011, 2012 йылдарға — декларация тултыра алаһығыҙ.