Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Зөлхәмизә Әҙеһәм ҡыҙы Дауытованы 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Һөйөклө кешебеҙҙең сабыр аҡылы, уңғанлығы, киң күңеллелеге һәммәбеҙҙе һоҡландыра. Оло йәштә булһа ла, ул өйөн матур итеп тәрбиәләп тота, туғандарын һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, күңелебеҙҙе рухландыра.
Алдағы көндәреңдә ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, оҙон-оҙаҡ беҙҙе шатландырып, балаларыңдың изгелеген күреп, бәхетле йәшә лә йәшә. Ҡәҙер-хөрмәтле тыныс ҡартлыҡ бирһен һиңә Хоҙай.
Иң изге теләктәр менән Баймаҡтан һеңлең Вәлимә, Өфөнән ҡыҙың Мәҙинә, ейәнсәрең Алина.