Йылмайып-көлөп кенә20.04.2013
“Унда күҙ күрeр әле...”

Аталы-уллы икәү йылғаның арғы яғына кәмәлә сығып баралар. Йылға уртаһына етеп тә өлгөрмәйҙәр, дауыл күтәрелә һәм кәмәне тегеләй ҙә-былай сайҡалдыра башлай. Шыр ебәргән ҡарт Аллаға ялбарырға тотона:
– Эй, Раббым, ҡөҙрәтең киң. Әгәр беҙҙе был бәләнән ҡотҡарып, яр буйына сығарһаң, үҙеңә атап ун һарыҡ һуйыр инем, – тигән.
Малайы аптырай:
– Атай, беҙҙең ул сама һарығыбыҙ юҡ та инде.
– Сеү, һантый, күп лапылдама, сығарып ҡына еткерһен, унда күҙ күрер әле, – тигән ҡарт.

“Мин түгел...”

Әбейҙең бабайы ауырый башлаған. Ҡарсыҡ, илап-илап, Хоҙайға ялбара, ти:
– Эй, Хоҙайым, ҡартыҡайымды алғансы, үҙемде генә ал, йә, унһыҙ нимә генә эшләй алам!
Күрше ҡатыны әбейҙән:
– Ғазраил кем рәүешендә килә ул? – тип һораған.
Әбей:
– Аҡ әтәс ҡиәфәтендә инде, – тигән.
Ошонан һуң теге ҡатын әбейҙе шаяртмаҡсы була. Бер көндө, ҡарсыҡ тағы ла илап ултырғанда, өйгә аҡ әтәс индереп ебәрә лә үҙе шым ғына күҙәтеп тора. Мәхлүкте күреп ҡалған әбейҙең ҡото оса. Ул үҙенә табан килгән әтәскә ҡартын төртөп күрһәтә лә:
– Ауырыу ана ята, мин түгел, – ти икән.

Алланың иң кәрәк сағы

Көндәрҙең береһендә Ғариф бабай бик ҡаты ауырый башлаған. Бер ята, бер тора, уфылдай, ыңғыраша, ти, ике һүҙенең береһендә:
– Ай, Алла! Ай, Алла! – тип әйтә, ти.
Ауырыу бабайы янында ҡарсығы ниҙәр ҡылырға белмәй өйөрөлә. Килешеп ҡуймаҫмы икән тип, мәтрүшкә лә ҡайнатып бирә, дарыуҙар ҙа эсереп ҡарай. Ә ҡарт һаман: “Ай, Алла”, — ти икән.
Аптыраған ҡарсығы:
– Ҡартыҡайым, ауырыуың бик көсәйҙе, ахырыһы, бер ҙә Алланы телеңдән төшөрмәйһең, – тигән.
Ҡарты әбейенә ҡарап торған-торған да:
– Әй, сепрәк баш, таҙа-һау саҡта ул шуртыма кәрәкме ни! – тигән.


Вернуться назад