Йәшлек әхирәтенең:
– Йәнекәйем, ни хәлдәрҙә генә? – тип ҡосаҡлап алыуына Боҫтанбикә өҙҙөрөп һайрарға ла тотондо.
– Собханалла, собханалла, гөлдәр кеүек.
– Балалар үҫеп бөткәндер инде...
– Һ-и-и, күптән инде, күптән...
– Теге оло ҡыҙың, исемен онотҡанмын, Мәскәүҙә шикелле.
– Ә-ә-ә, Мәстүрәкәйемде әйтәһеңме! Шунда булмай тағы. Кеше балалары һымаҡ ғәрләнмәй ошо Стәрле һаҫығын еҫкәп ятмаҫ инде. Теге ваҡыт ни саҡыртып алдылар ҙа сыразу кывартир биреп ҡуйҙылар бит. Бирерҙәр ҙә шул! Минең ҡыҙым кеүек белгестәр юлда тәгәрәп ята тиһеңме әллә. Мынау Линингырад һынлы Линингырадта уның ише оҫталар сәпсим юҡ, ти ҙә ул. Ҡайҙа эшләй, тиһеңме? Мастир тигән дәү хужа ул. Хоҙайға шөкөр, башҡалар һымаҡ кеше артын таҙартып йөрөмәй. Шулайт, былайт тип бүтәндәргә бойороп ҡына йөрөй.
– Төпсөгөң дә хәҙер дәү үҫкәндер…
– Шөкөрана, шөкөрана, үҫте генә тиһеңме, тирәк инде, тирәк. Ҡайҙа тора, тиһеңме? Ауылда инде, ауылда. Ул ситкә китеп торманы. Уныһы ла Мәскәү тип олаҡһа, бында кем ҡалыр! Юҡ, колхозда эшләтмәйем. Үҙебеҙ Алла әппәргә күп һеперелгән дә еткән. Уахты менән Себерҙә эшләй, аҡсаны тоҡлап апҡайта мына. Харап иркен йәшәйҙәр. Аҡсаны муйынына баулап йөрөтһә лә етерлек.
– Ҡалай бәхетле икәнһең?
– Әйтмә генә лә. Балаларым дан минең. Береһенән-береһе шәп йәшәйҙәр. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Хоҙайым, алама күҙҙәр генә тейеп ҡуймаһын. – Боҫтанбикә әбей уң яғына ла, һул яғына ла төкөрөнөп ҡуйҙы. Унан йәнә яңылыҡтарын теҙә башланы. – Ҡуй инде, ҡуй, аяғымды ергә тейгеҙмәйҙәр, бит, әйгенәм. Береһе машина менән ҡунаҡҡа килеп ала, икенсеһе килтереп ҡуя. Өсөнсөһө, әсәйемде мин апҡайтам да мин, тип ҡыр талаша. Үҙҙәренең машиналарын күрһәң ине бит әле. Бигерәк шәп. Бөтәһе лә шау аҡсалы эштә шул.
Боҫтанбикә барыһын борсаҡ урынына һипте- һипте лә бер аҙға тынып ҡалды. Унан:
– Ниңә Назифымды һорамайһың ул? – тип ҡуйҙы.
– Шулай шул, ҡара, хыялый баш, бөтөнләй онотоп торам даһа.
– Әлхәмдүллә, уныһы ла кәм-хур түгел, – тип теҙҙе Боҫтанбикә. – Беҙҙең ауылдан кемдең балаһы министрҙар менән йәнәш ултырып йөрөй әле.
– Министр ярҙамсыһы итеп үрләттеләрме әллә?
– Һи-и-и, уның ише генәме! Шуфир бит ул! Шундай ҙур кешеләр шуфир итеп тә әкәм-төкәмде алып бармай, ти.
Теле телгә йоҡмаҫ ҡатын ун-ун биш минут арауығында бөтәһен дә теҙҙе лә һалды. Тик бына ни өсөндөр үҙенең хәҙер икенсе ҡыш сыбыҡ осо һеңлеһендә, уның тауыҡ кетәгендәй өйөндә йәшәүен генә әйтергә онотто.