Ғәҙәткә кергән мәҙәк20.04.2013
Барыбер кәләш алырға кәрәк

Егеттәр күрше ауылдан Наза исемле һылыуҡайҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайта. Бер сама байрам иткәндән һуң өйгә таралышыр ваҡыт етә. Тик ҡыҙыҡайҙы кире илтеп ҡуйырға ялҡауҙары килә лә ҡуя. Китә бәхәс: һин алып бар ҙа, һин алып бар. Шул саҡ береһенең башына бик елле уй килә. Улар күмәкләшеп яңы ғына армиянан ҡайтҡан Шәфҡәттең өйөнә юл тота.
– Бына, һиңә кәләш таптыҡ, – тиҙәр, уның күҙенә тура ҡарап. Егет быға әллә ни иҫе китмәй генә, әллә ысын, әллә юрамал:
– Ниңә, бик һәйбәт булған, – тип яуаплай. – Барыбер ҡасан да бер кәләш алырға кәрәк бит.
Шулай итеп, Шәфҡәт анһат ҡына кәләшле була ла ҡуя. Хәҙер беҙҙең яҡта ундай-бындай ҡапыл-ҡара хәл сыҡһа, “Барыбер кәләш алыр кәрәк”, тиҙәр.

Китабың булғас ни…

Ауылда Әсхәт йорт күтәрергә йыйына. Бураһы килтерелгән, таҡта-таш әҙер тигәндәй. Тик бына ҡыйығын ҡайһылайыраҡ ябырға белмәй хужаның башы ҡатҡан. Булғас-булғас, башҡаларҙыҡынан айырылыбыраҡ торһон ине, тип уйлай ул. Бына әле лә бер төркөм ирҙәр менән ошо турала кәңәш-төңәш итә. Шул саҡ Бәхтиәр исемле күршеһе, мин хәҙер, ти ҙә өйөнән йүгереп олоғара китап алып сыға. Ул:
– Ағай-эне, донъя күрмәгән кешеләй әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятмаған хәбәр һөйләйһегеҙ ул, бына китапта улай яҙылмаған бит, теге ерен былай, анау урынын тегеләй итергә кәрәк, – тип аҡыл һата башлай.
– Һинең китабың булғас ни, йән рәхәте, үҙеңдекен дә шуның буйынса төҙөгәнһеңдер инде, – тип мыҫҡыллы йылмая Әсхәт, инде иллегә етеп тә донъяһының рәте-сираты булмаған, өйөнөң бер яҡ мөйөшө лапшайып барған тел биҫтәһенең ихатаһына ҡарашы менән ишаралап.
Хәҙер ауылда үҙендә булмаған аҡылды башҡаларға өйрәтеп маташҡан әҙәмдәргә: “Һинең китабың булғас ни”, – тип матур ғына “һоғондороп” ҡуялар.

Әйҙәгеҙ, берҙе тотайыҡ!

Хафиз ағай ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Бер көн ниндәйҙер сара хөрмәтенә улар ҡунаҡ йыя. Һөйләшеп, күңел асып, әсе-сөсөһөн дә йотҡолап ултыра торғас, таң да һыҙыла. Хужа керпек тә ҡаҡмаған килеш мәктәпкә бара ла, дәрестә өҫтәлгә башын һалып, хырылдап йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй ҡала. Ә балаларға шул ғына кәрәк, шау-гөр киләләр. Бына бер саҡ йоҡоло-уяулы уҡытыусы, өйөмдә ултырам типтер инде:
– Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар, берҙе тотайыҡ! – тип башын күтәреүгә, күҙҙәре туҫтаҡтай була.
Шул ваҡыттан бирле беҙҙә “Әйҙәгеҙ, берҙе тотайыҡ!” тигән лаҡап йәшәй.


Вернуться назад