Тормош һабаҡтары20.04.2013
Өйҙә генә ултыра…
Камал бабайҙың әбейе донъя ҡуйҙы.
– Ҡуй инде, хәҙер яңғыҙ нисек йәшәрмен, – тип илаулап йөрөгән ҡартты һәр кем үҙенсә йыуатты.
– Үлгән артынан үлеп булмай, үҙеңә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырырға берәй иптәш кәрәк. Анау хәтлем донъяны һүндермәҫһең инде, – тип ҡайһы берәүҙәре күргән-белгән әбей-һәбейҙе димләштерә башланы.
Бер көндө күрше ҡатыны:
– Фәлән-фәлән ауылдағы әбейҙең ҡылын тартҡылап ҡараным, ыңғайлаған һымағыраҡ. Үҙең барып һөйләш әле, – ти.
Бара бабай, әбей риза була һәм үҙенең шартын әйтә.
– Барһам да, мин һинең мал-тыуар араһында буталып, баҡсаңда бөксәнләп йөрөргә тормайым. Өйҙә генә ултырасаҡмын.
– Ярай, ярай. – Бығаса ла донъя тирәһендәге эштәрҙе һыпырылып үҙе башҡарған ҡарт быға әллә ни иғтибар бирмәй.
Бабай әбейҙе алып ҡайта, мулла саҡырып никах уҡыталар. Әммә яңы урында әбей бер аҙна ла тороп өлгөрмәй, уны фалиж һуға ла ҡуя. Хәҙер өйҙә генә ултыра, хәжәте лә эргәһендә, ти.
Уйнап әйтһәң дә, уйлап һөйлә, Хоҙайҙың ишетеүе бар, тип тиккә генә әйтмәгәндәрҙер.
Ауырғазы ҡайҙа?
Яуаплы ғына урындан шылтыраттылар:
– Фәлән-фәлән ҡалаға командировкаға сығабыҙ, һеҙҙән фотохәбәрсе кәрәк буласаҡ. Иртәгә шул ваҡытҡа тәғәйен урындан ҡуҙғалабыҙ. Кемде ебәрәһегеҙ?
Ҡапыл-ҡара нимә тип яуапларға ла белмәнем.
– Ярай, хәҙер асыҡлармын да ҡабаттан шылтыратырмын, – тинем.
Был вазифала ялға киткән кеше урынында ғына ултырғас, әлегә кемдең ҡайҙа икәнлеген дә белеп бөтмәйем. Баҡһаң, береһе – отпускыла, икенсеһе – командировкала, өсөнсөһө сарала икән. Бөгөн ҡайтыуын- ҡайта ла ул, тик үҙебеҙгә кәрәк булыуы бар.
Кәрәкле һанды йыйҙым да фотохәбәрсе ебәрә алмауыбыҙҙың сәбәбен аңлатып, ғәфү үтендем.
Әммә “өҫтәге” лә ныҡыш булып сыҡты.
– Бәлки, бөгөн ҡайтып өлгөрөр?
– Юҡ шул, Ауырғазыла бит.
– Ә ул йыраҡмы?
– Эйе, бик алыҫ.
Наҙандарҙы төп башына ултыртыуы анһат ҡына икән...