Күмәкләгән яу ҡайтарған19.04.2013
Күмәкләгән яу ҡайтарған“Башҡортостан” гәзите редакцияһында изге эш дәррәү башланды

Эш көнө башланыр-башланмаҫтан редакцияға тоҡлап әйбер күтәргән кешеләр ағылды. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, бүлмә ике-өс сәғәт эсендә кәрәк-яраҡ менән тулды. Көслө ташҡындан зыян күргән Белорет районының Ғәбдөк ауылы халҡына ярҙам акцияһы шулай дәррәү башланды.

Оло Инйәр йылғаһы һанаулы минуттар эсендә ярҙарынан сығып, көслө ағым менән Ғәбдөк ауылының бер өлөшөн ҡыйратып китә. Ваҡиға ҡараңғы төшкәс була, шуға ла халыҡ ҡапыл албырғап ҡала. Араларында тиҫтәләгән баш малынан, өйлөк бураһынан яҙған ғаиләләр ҙә бар. Бөгөн ғәбдөктәр ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә тырыша: йорттарын, кейем-һалымын киптерә, кәртә-ҡураһын төҙәтә.
Ауыл кисергән бәлә республика халҡын тетрәндермәй ҡалманы. Зыян күргәндәргә ярҙам итергә теләүселәр махсус иҫәпкә аҡса күсерә лә башланы.Күмәкләгән яу ҡайтарған
– Килгән аҡсаларҙы кисекмәҫтән күсерер өсөн халыҡтың һаҡлыҡ кенәгәһе номерҙарын йыйып алдыҡ. Район хакимиәте ныҡ ҙур зыян күргән 31 ғаиләгә матди ярҙам күрһәтәсәк. Кисә Белорет районынан бер ир-уҙаман мал-тыуарһыҙ ҡалған ғаиләгә ат бирергә вәғәҙә итеп ҡыуандырҙы, – тип хәбәр иттеләр беҙгә Йөйәк ауыл Советынан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан” гәзите кисә иғлан иткән мәрхәмәтлек акцияһы 26 апрелгә тиклем дауам итә. Ғәбдөк халҡына бөгөн айырыуса кейем-һалым, аяҡ кейеме, көнкүреш техникаһы, электр приборҙары кәрәк.

Аҡсалата ярҙам күрһәтергә теләүселәр өсөн махсус иҫәп:

Получатель: УФК по Республике Башкортостан (Администрация сельского поселения Зуяковский сельсовет муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан л/с 02013069690), Сч: 40101810100000010001. В ГРКЦ НБ Республики Башкортостан Банка России г. Уфа, БИК 048073001, КБК 79111705050100000180, ИНН 0211001998, КПП 025601001, ОКАТО 80211817000, В назначении платежа просим указать: добровольное пожертвование пострадавшим от наводнения жителям д. Габдюково Белорецкого района РБ.

Ғәзимә МЫРҘАГИЛДИНА, Ғәбдөк ауылы ҡараған Йөйәк ауыл Советы хакимиәтенең эштәр башҡарыусыһы:
– Һыу күҙ асып йомған арала кәртә-ҡураларҙы емерҙе, өйлөк бураларҙы, төҙөлөш материалдарын ағыҙып алып китте, 35 баш мал һәләк булды. Тағы ла халыҡтың орлоҡҡа тигән картуфы әрәм булды, көнкүреш техникаһы эштән сыҡты, хәҙер аҙыҡ-түлеккә лә ҡытлыҡ ҙур. Көндәр ҡапыл йылытҡас, һыу тағы ла күтәрелеп ҡуймаһын тип борсола башланы ғәбдөктәр.

Лилиә НАФИҠОВА, Учалы районының Мулдаш ауылынан:
– Ошо көндәрҙә Өфөлә булыуыма һәм Ғәбдөк ауылы халҡына ярҙам итеүҙә үҙ өлөшөмдө индереүемә ҡыуанам. Ташҡындан һуң ҡалған емереклектәрҙе, ҡырылған мал-тыуарҙы телевизорҙан күреп, йәнем әрнегәйне. Үҙем ҡырҡ йыл фельдшер булып эшләнем, яңғыҙ дүрт баланы аяҡҡа баҫтырҙым, шуға ауыр саҡта бәләкәй генә иғтибарҙың да күңелде күтәреүен, йәшәүгә дәрт өҫтәй торған көсөн беләм.

Эльвина ШАФИҠОВА, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапхана хеҙмәткәре:
– Акция тураһында Интернет селтәрендә уҡыным һәм бөгөн үк әйберҙәр алып килергә ашыҡтым. Сара хаҡында хеҙмәттәштәремә һәм дуҫтарыма ла хәбәр итәсәкмен. Халыҡтың матди ярҙамы һәм иғтибары ғәбдөктәргә киләсәккә ышаныс өҫтәр, тип өмөтләнәм.

Арыҫлан БИКҠОЛОВ, Башҡорт дәүләт университеты студенты:
– Сара хаҡында кисә өләсәйем хәбәр итте һәм унда мотлаҡ ҡатнашырға ҡушты. Лекциялар араһында ваҡыт табып, сумаҙанымды тотоп килеп тә еттем.


Вернуться назад