Һөҙөмтә буласаҡ19.04.2013
Ҡалтасы почта бүлексәһе хаттарҙы, гәзит-журналдарҙы район үҙәгендә, йәнә яҡындағы ике ауылда тарата.
Бында 5690 кеше йәшәй, тиҫтәләгән предприятие, учреждение урынлашҡан. Почтальондар үҙ эшен намыҫ менән башҡара. Нефтекама почтамтына ҡараған 36 ауыл почта бүлексәһе араһында ҡалтасыларҙың былтырғы йомғаҡтар буйынса беренсе урынды яулауы ла — быға асыҡ миҫал.
— Һуңғы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙарға ҡарамаҫтан, эшебеҙҙе ҡәҙимгесә дауам итәбеҙ, — ти бүлексә етәксеһе Эльвира Шәймәрҙәнова. — Ваҡытлы матбуғаттың, хаттарҙың халыҡҡа үҙ ваҡытында барып етеүен тәьмин итеү өсөн, уларҙы аҙнаһына биш таратабыҙ. Хеҙмәтләндергән төбәкте дүрт биләмәгә бүлгәнбеҙ. Ара йыраҡ ҡына, мәҫәлән, бүлексәнән иң алыҫ йортҡа тиклем өс саҡрымдан артығыраҡ. Дүрт почтальон төп эше менән бергә ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыуҙы ла алып бара. Яратҡан хеҙмәтенә ике тиҫтә йыл ғүмерен арнаған Зоя Зәйнетдинова, Татьяна Александрова — йәш хеҙмәттәштәренә бар яҡлап өлгө.
Хаҡ артыуға ҡарамаҫтан, халыҡ хәленән килгәнсә матбуғатҡа яҙылырға тырыша. Район һәм республика гәзит-журналдарын, балалар өсөн, шулай уҡ сәләмәт тормошҡа, баҡса эшенә арналған баҫмаларҙы күптәр алдыра.
— Икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыуҙы әүәлгесә ойошторасаҡбыҙ, — ти Э. Шәймәрҙәнова. — Эш күләменә ҡарап түләнгәс, почтальондарҙың ынтылышы бар. Улар, өйҙән-өйгә йөрөп, гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙы башланы ла инде. Бынан тыш, төрлө ойошмаларҙа ла булабыҙ. Рәсәй Пенсия фондының урындағы бүлексә хеҙмәткәрҙәре яратҡан баҫмаларына март айында уҡ яҙылып ҡуйҙы. Район хакимиәте, дауахана, урман хужалығы коллективтары ла һәр йылдағыса кампанияға әүҙем ҡушылды.
Почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу барышында район хакимиәте ярҙамы менән ай һайын ике тапҡыр “Матбуғатҡа яҙылыу көнө” үткәрергә әҙерләнә, Мәҙәниәт йортонда буласаҡ төрлө саралар ваҡытында ла гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойошторорға ниәтләй. Районда айына ике тапҡыр башҡорт телендә сығып килгән “Гөлбостан” гәзитенә, “Башҡортостан”ға яҙылыу ҙа — иғтибар үҙәгендә.