Күңел — пак, йән — ҡәнәғәт19.04.2013
Барлыҡ диндәрҙең дә үҙ байрамы бар. Уларҙың һәр береһенә ҙур мәғәнә һалынған. Ғәҙәттә, бындай байрамдар ниндәй ҙә булһа берәй ваҡиғаға бәйле үткәрелә.

Ошо көндәрҙә барлыҡ донъяның мөьмин мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн — Мәүлит байрамын билдәләне. Һауа торошоноң боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, район үҙәгенә алыҫтараҡ урынлашҡан ауылдарҙан да күпләп килделәр.
Тантананы Рамазан хажи Бикташев асты. Унан йыйылыусыларҙы мәртәбәле ҡунағыбыҙ Мәүлетдин ахун тәбрикләне, Ҡырмыҫҡалы ауылы мәсетенең имам-хатибы Ирек Әбүталипов аят уҡыны. Райондың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының сағыу сығыштары, танылған артист Радик Динәхмәтовтың мөнәжәттәр көйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Иманды һаҡлауҙа ярҙамдары, ошондай күркәм сара ойошторғаны өсөн район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа, хакимиәттең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Гөлнара Әминеваға, имам-мөхтәсиб Рамазан хажи Бикташевҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бындай дини байрамдар милләтте һаҡлау, мосолман ҡәрҙәштәрҙе Исламға йәлеп итеү йәһәтенән ифрат әһәмиәтле. Улар йышыраҡ уҙғарылһын ине, тигән теләктәмен.
Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Именлек, татыулыҡ булһа, илебеҙ тыныс торор, иншаллаһ. Киләһе байрамдарҙы ла шатлыҡ-ҡыуаныс менән ҡаршы алырға насип итһен.


Вернуться назад