Зиһенде зәғифләүҙән һаҡланайыҡ19.04.2013
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Бөгөнгө замандағы төрлө етешһеҙлектәрҙең, боларыштарҙың төп сәбәптәренең береһе — көнсөллөк. "Ул күңел күҙенең күрә белмәүенән һәм Аллаһ биргән игелектәрҙе һанға һуҡмауҙан тыуа", — тип өйрәткән имам Садиҡ. "Көнсөлдәрҙең тән сәләмәтлегенә иғтибар бирмәүе таң ҡалдыра", — тигән мөьминдәрҙең әмире Ғәли хәҙрәт.
Һәр бәндә көсө еткән тиклемен эшләй. Ә инде төрлө ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү — Аллаһтың ихтыярында. Көнсөллөк кешене мин-минлеккә, дан артынан ҡыуыуға этәрә. Был иһә бәндәнең зиһенен зәғифләй, рухын ҡаҡшата. Ундайҙар кәмселектәрен — дәрәжә, башҡаларға булған асыуын көслөлөк тип ҡабул итә башлай.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм мөбәрәк бер хәҙисендә: "Мосолман икенсе бер мосолманға ҡулы менән дә, теле менән дә, күңеле менән дә зарар итмәй", — тигән. Раббыбыҙ әҙәм балаһына бөтөн ғилемде һәм эште өйрәнеү мөмкинлеген биргән икән, һәр кем, насар хис-тойғонан, ҡылыҡ-ғәҙәттән ары тороп, үҫешкә ынтылырға тейеш. "Аллаһ Тәғәлә иманлы, белемле, һөнәрле бәндәһен һөйә", — тиелә "Ҡөрьән Кәрим"дә.
Юнандарҙан ҡалған бер хикмәтте тыңлайыҡ.
Бер бай кеше тирә-йүндә даны таралған аҡыл эйәһенең хәлен белергә килә. "Аңлап торам: ғилем эҙләп түгел, ә фәҡирлегем өсөн шелтәләргә, тел тейҙерергә йөрөүеңдер", — тигән аҡыл эйәһе. "Эйе, — тип яуап биргән бай. — Һин йөрөгән юлдан йөрөй ҡалһам, ғилем алһам, әлеге байлығым да, зиннәтле һарайҙарым да, хеҙмәтселәрем дә булмаҫ ине". "Мөлкәтең әллә күпме булыуына ҡарамаҫтан, мин һинән байыраҡмын, — тигән ғалим. — Ялсылар ҙа кәрәкмәй, сөнки берәүҙән дә ҡурҡып йәшәмәйем. Һиндә булмаған һәм була алмаған төп байлығым — аҡыл".
Хоҙай Тәғәлә һәр беребеҙгә лә көнсөллөк кеүек насар ҡылыҡ-ғәҙәттән йыраҡ тороп, бер-беребеҙгә күркәм мөнәсәбәт күрһәтеп йәшәргә, ғилемгә ынтылырға насип итһен. Шулай булғанда, иншаллаһ, Аллаһтың ризалығы менән тормошобоҙға ла, эшебеҙгә лә бәрәкәт килер. Амин.


Вернуться назад