Иң яҡшы уҡытыусылар өсөн20.12.2011
Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан Республикаһы 2012 йылда федераль бюджеттан 7,4 миллион һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Иң яҡшы уҡытыусыларға премия биреү өсөн Рәсәй бюджетында барлығы 200 миллион һум аҡса ҡаралған. Әммә төбәктәрҙең барыһы ла субсидияны тигеҙ күләмдә алмаясаҡ. Иң күп премия фондына Мәскәү (9 миллион һум), Краснодар крайы (8,6 миллион һум) һәм Мәскәү өлкәһе (8,2 миллион һум) эйә буласаҡ. Дағстанға — 7,2 миллион, Татарстанға 5,6 миллион һум аҡса күсереү күҙаллана.
Иң аҙ субсидия (ни бары 200 мең һум) Магадан, Чукотка өлкәләре менән Йәһүд автономиялы округы уҡытыусыларына бүленә.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА.


Вернуться назад