Ҡыйыуыраҡ булығыҙ20.12.2011
Ҡануниәт һеҙҙең хоҡуҡтарҙы яҡлай һәм ошо яҡлау механизмдарын тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләй. Төп хоҡуҡтарығыҙҙы белеү һеҙгә төрлө хәлдәрҙә үҙегеҙҙе дөрөҫ тоторға һәм яҡларға ярҙам итәсәк.
Һеҙ сифатҡа хоҡуҡлы. Тимәк, һатыусы һеҙгә сифатлы тауар тәҡдим итергә һәм һатырға, ә хеҙмәтләндереүсе сифатлы хеҙмәт төрө күрһәтергә тейеш.
Һеҙ хәүефһеҙлеккә хоҡуҡлы. Ҡулланыусы булараҡ, тауар йәки хеҙмәтләндереүҙең ғүмерегеҙ, һаулығығыҙ, милкегеҙ һәм тирә-яҡ мөхит өсөн хәүефһеҙ икәненә инанырға тейешһегеҙ. Быларҙы тәьмин итеүсе талаптар мотлаҡ һанала һәм ҡануниәт нигеҙендә нығытыла (РФ "Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында" Законының 7-се статьяһы, 1-се пункты).
Һеҙ мәғлүмәткә хоҡуҡлы. Ҡулланыусы нимә һәм уның кем тарафынан һатылыуы, тауарҙы кем етештереүе, уны ҡасан һәм ҡайҙа һатып алыу мөмкинлеге хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт алырға хоҡуҡлы. Ошо мәғлүмәт нигеҙендә етештереүсе һәм һатыусы хаҡында теүәл һәм тулы күҙаллау булырға тейеш, сөнки тауарға (хеҙмәтләндереү төрөнә) ҡарата дәғүәләр тыуған осраҡта ҡулланыусы уларға мөрәжәғәт итергә тейеш. Шулай уҡ тулы мәғлүмәт тауарҙы (хеҙмәтләндереү төрөн) теләгегеҙгә ярашлы, дөрөҫ һайлап алыу өсөн дә мөһим.
Һеҙ зыянды ҡаплатыуға хоҡуҡлы. Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын боҙған өсөн һатыусы (етештереүсе, башҡарыусы) ҡануниәттә (РФ "Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында" Законының 13-сө статьяһы) йәки килешеүҙә ҡаралғанса, яуаплылыҡ тота.
Тауарҙың хеҙмәт итеү, яраҡлылыҡ һәм гарантия сроктары – һатыусының (етештереүсенең, башҡарыусының) ҡулланыусылар алдындағы яуаплылыҡ осоро. Ошо ваҡыт арауығында (ҡайһы ваҡыт ул үтеп киткән осраҡта ла) һеҙ һатыусыға (етештереүсегә, башҡарыусыға) дәғүә белдерә һәм зыянды ҡаплауҙы талап итә алаһығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡайһы бер тауарҙарҙың (хеҙмәттәрҙең) хеҙмәт итеү һәм яраҡлылыҡ сроктары мотлаҡ билдәләнергә тейеш. Әгәр ҙә тауарға (хеҙмәткә) хеҙмәт итеү йәки гарантия срогы билдәләнмәгән икән, законда ҡулланыусының ниндәй ваҡыт эсендә дәғүә белдерә алыуы аныҡ аңлатылған. Әгәр ҙә килешеү хоҡуғығыҙҙы боҙа икән, тимәк, килешеү ғәмәлдән сыҡҡан тигән һүҙ (РФ "Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында" Законының 16-сы статьяһы, 1-се пункты). Әгәр ҙә килешеүгә ярашлы, ҡулланыусы зыян күрһә, уны һатыусы (етештереүсе, башҡарыусы) тулыһынса ҡайтарырға тейеш.