Ғәбдөктәр ярҙам көтә!18.04.2013
Ғәбдөктәр ярҙам көтә!Республикабыҙҙың байтаҡ төбәктәрен, шул иҫәптән Белорет районының Ғәбдөк ауылын һыу баҫыуы тураһында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Ташҡын үҙ эшен башҡарҙы ла китте, ә халыҡ бик ауыр хәлдә тороп ҡалды. Аллаға шөкөр, кеше ҡорбандары булманы, шулай ҙа бихисап мал-тыуар ҡырылды, күптәрҙең хужалығы, йорт-ҡаралтыһы эштән сыҡты.

Республика йәмәғәтселеге был хәлгә битараф ҡалманы, әлбиттә. Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарап, халыҡ әүҙемлек күрһәтә башланы. Кисә редакциябыҙға билдәле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованан ошондай эстәлекле хат килеп төштө:
“Халҡыбыҙҙа мәрхәмәтлек юғалмаған әле. Белорет районының Ғәбдөк ауылын һыу баҫыу сәбәпле, күп кеше зыян күрҙе — буралар ағып китте, мал һәләк булды, йорт йыһаздары тәләфләнде. Был фажиғә хаҡында киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеү менән, ярҙам күрһәтергә теләүселәр өсөн район хакимиәте махсус иҫәп асты. Башҡортостан юлдаш телеканалының “Телеүҙәк” тапшырыуында, “Яңылыҡтар”ҙа сюжет күрһәтелеп, иҫәп әйтелгәс, телевидениеның телефондары “яна” башлаған — әйберләтә ярҙам күрһәтергә теләүселәр шылтырата икән. Тик уларҙы йыйырға урыны ла, алып барып тапшырыр кешеһе лә кәрәк бит әле. Рәхмәт инде, “Башҡортостан” гәзитенә — ошоно хәбәр итеүем булды, ыңғай яуап биреп тә ҡуйҙылар. Мәрхәмәтлек сараһына ҡушылыусылар күп булыр, тип ышанам.”
Ысынлап та, “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәте бәләгә тарыған халыҡ яҙмышына битараф ҡала алманы. Ташҡындан ҙур зыян күргән Ғәбдөк ауылына ярҙам акцияһын йәйелдереп, редакция бөгөндән әйберләтә ярҙам ҡабул итә башлай. Һәйбәт тороштағы кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, түшәк кәрәк-ярағы, көнкүреш техникаһы, һауыт-һаба — быларҙың бөтәһе лә бик кәрәк. Изге башланғыста иң тәүҙә үҙебеҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре өлгө күрһәтә: тәүге посылка бөгөндән әҙер!
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Акцияның ваҡыты сикле, сөнки ярҙам тиҙ арала кәрәк. Әйберҙәр 26 апрелгә тиклем генә ҡабул ителәсәк. Мәрхәмәтлек акцияһында бөтәгеҙҙе лә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Мөхәрририәт.
Аҡсалата ярҙам күрһәтергә
теләүселәр өсөн махсус иҫәп:

Получатель: УФК по Республике Башкортостан (Администрация сельского поселения Зуяковский сельсовет муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан л/с 02013069690)
Сч: 40101810100000010001. В ГРКЦ НБ Республики Башкортостан Банка России г. Уфа
БИК 048073001, КБК 79111705050100000180
ИНН 0211001998, КПП 025601001, ОКАТО 80211817000
В назначении платежа просим указать: добровольное пожертвование пострадавшим от наводнения жителям д. Габдюково Белорецкого района РБ.


Вернуться назад