Былтырғы менән сағыштырырлыҡ түгел18.04.2013
Беҙгә көн һайын Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығынан республика йылғалары һәм һыу һаҡлағыстарының торошо буйынса мәғлүмәттәр килә. Бөгөнгә ҡарата тәүлек эсендә әллә ни үҙгәрештәр булмаһа ла, республикала һыу ташыу хәүефе әле бөтмәгән.

Йылғаларҙа һыуҙың кимәле былтырғы менән сағыштырғанда ике метрға юғарыраҡ! Һуңғы тәүлек эсендә һыу Өфө (Ҡыҙылъяр янында) һәм Димдә айырыуса юғары күтәрелгән.
Яңы Отрада янында Стәрле йылғаһы кимәле тәүлек эсендә алты сантиметрға артып, 353 сантиметр тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо мәлдә һыу 274 сантиметр булған.
Һуңғы көндәрҙә Ағиҙелдең бер ни тиклем кәмеүе күҙәтелә. Өфө янында ул — 23, Стәрлетамаҡ тирәһендә 28 сантиметрға кәмегән. Ашҡаҙар йылғаһы ла яйлап ҡына ярҙарына ҡайта башлаған. Яңы Федоровка янында уның кимәле 147 сантиметр булған, тәүлек эсендә 20 сантиметр юғалтҡан. Эҫем 47 сантиметрға кәмегән һәм 441 сантиметр тәшкил итә. Быйыл Эҫем башҡа йылғалар менән сағыштырғанда бик ташмаған, былтыр ошо уҡ ваҡытта уның кимәле 610 сантиметр булған.
Һыу һаҡлағыстарға килгәндә, уларҙың кимәле артыуын дауам итә. Йомағужала тәүлек эсендә 77 сантиметрға, Нөгөш һыу һаҡлағысында — 36, Ыҫлаҡта — 20, Һаҡмар һыу һаҡлағысында бер сантиметрға артҡан. Аҡъяр һәм Таналыҡ һыу һаҡлағыстарында кимәл үҙгәрмәйенсә ҡалһа, Павловкала ул 21 сантиметрға кәмегән.


Вернуться назад