Тағы завод, тағы ҡаршылыҡ...18.04.2013
Тарих йөҙ йылға бер ҡабатлана, тиһәләр ҙә, әле генә Торатауға ҡул һуҙыусыларға ҡаршы көрәшә инек (бер уйлаһаң, көрәштең туҡтағаны ла юҡ), хәҙер килеп халыҡ яңы завод төҙөүгә ҡаршы сыҡты.

Был юлы салауаттар. Ҡалала акрил кислотаһы етештереү ауыр һөҙөмтәләргә килтерәсәк, тип хафалана улар. Әйткәндәй, 1 майҙа был йәһәттән митинг та үткәрергә йыйыналар.
Завод төҙөүгә ҡаршы сығыусылар: “Шундай уҡ продукция етештергән Дзержинск ҡалаһында кеше ғүмере — уртаса 42-47 йәш”, — тип дәлилле миҫал килтерә. Ә бәхәстең икенсе яғында торған “Газпром Нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте: “300 эш урыны бирәсәк яңы производство сит ил технологиялары буйынса урындағы тәбиғәткә лә, уның ҡуйынында ғүмер итеүсе халыҡ һаулығына ла зыянһыҙ эшләйәсәк”, — ти.
Һүҙ ҙә юҡ, был технология сит илдә киң ҡулланыла. Әммә Рәсәйҙә шарттар икенсе булып сығыуы ла мөмкин бит, шуныһы йөрәккә шом һала. Хәйер, бәхәс нимә менән тамамланыр — ваҡыт күрһәтер.


Вернуться назад