Салауат халҡы ниңә борсола?18.04.2013
2015 йылда "Газпром Нефтехим Салауат" асыҡ акционерҙар йәмғиәте акрил кислотаһы һәм бутилакрилат комплексын сафҡа индерергә йыйына. Комплекс йылына 195 мең тонна продукт етештерергә ярҙам итәсәк. Донъяла йылына уның миллион тоннанан ашыуы һатыуға сығарылыуын һәм әлеге көндә Рәсәй иҡтисадының ихтыяжы нигеҙҙә импорт иҫәбенә генә тәьмин ителеүен иҫәпкә алғанда, шатланырға ғына тейеш кеүекбеҙ ҙә бит...

Ысынлап та, Салауат ҡалаһында был хәбәр шау-шыу тыуҙырҙы: халыҡ былай ҙа саф һауаһы менән әллә ни маҡтана алмаған сәнәғәт үҙәгенең йәшәргә бөтөнләй яраҡһыҙ булып ҡалыуынан ҡурҡа. Имеш-мимештәр ҙә ишетелә: йәнәһе лә, бөтә Рәсәй ҡалалары ла был сәнәғәт комплексын төҙөүҙән баш тартҡан, ә Дзержинск ҡалаһында әлегә ошондай берҙән-бер сәнәғәт комплексы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә күптәр 50 йәшкә лә етмәй йән бирә. Ҡайһы берәүҙәр, завод асылһа, Салауатта ла үлем һанының биш тапҡырға артыуы ихтимал, шулай уҡ Ишембай, Стәрлетамаҡ, хатта Өфөгә лә йоғонтоһо буласаҡ, ти. Хәүефләнерлек тә шул: ғүмер буйы көн иткән ҡалаң бер көн килеп тулыһынса ағыу менән тулһа, кемгә күҙ төбәп барырһың да кемдән ярҙам һорарһың? Ә сәләмәтлеккә ҡот осҡос зыян килһә? Кешенең ғүмере берәү генә бит...
Әммә компания белгестәре фекеренсә, халыҡ юҡҡа борсола – яңы комплекс бер кемгә лә ҡурҡыныс янамай. Яңы технология ла хәүефһеҙлеге һәм ябайлығы менән алдыра, шулай уҡ энергияны ла күп талап итмәй, етештерелгән продукцияның сифаты ла юғары буласаҡ. Тирә-яҡ мөхит тә зарарҙан тулыһынса ҡурсаланасаҡ – бының өсөн бөтөн технологик процесс башынан аҙағынаса күҙҙә тотоласаҡ. Ағып төшөп йыйылған һыу таҙартыу ҡорамалдарына оҙатыласаҡ, сәнәғәт ҡалдыҡтары ла тулыһынса юҡҡа сығарыласаҡ – тимәк, ҡала халҡына борсолорға бер ниндәй нигеҙ юҡ. Бынан тыш, комплекс яңы 300 эш урыны булдырасаҡ, ә артабанғы үҫеш уны 1000 – 1200-гәсә еткерергә булышлыҡ итәсәк, тип ышандыра компания белгестәре. Шулай уҡ республика ҡаҙнаһының да бынан өҫтәмә табыш аласағын иҫәптән сығарырға ярамай.
Шулай ҙа уйландыра бит, ни хәл итәһең. Гәзит уҡыусыларҙы ла был мәсьәлә буйынса https://bash.bashgazet.ru/ сайтында фекер алышырға саҡырабыҙ.


Вернуться назад