Хәтерҙән юйылмаҫ шәхес18.04.2013
Үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән ауыл һәм ҡалалар үҫешенә ҙур өлөш индереп, тарихта ныҡлы урын алған шәхестәр бар. Ваҡыт үтеп быуындар алмашынһа ла, бындай кешеләргә халыҡ күңелендә ихтирам кәмемәй.

Нефтекамалар өсөн онотолмаҫ шәхестәрҙең береһе – ҡаланың тәүге етәксеһе Евгений Васильевич Карцев. Сығышы менән ул Стәрлетамаҡ районының Новоивановка ауылынан, һөнәре буйынса – нефтсе. 1962 йылда уны Нефтекама ҡала партия ойошмаһын төҙөү буйынса рәйес итеп раҫлайҙар, ә һуңынан ҡала партия комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм сирек быуат ошо юғары вазифала эшләй. Уның шәхси башланғысы менән бөтә СССР-ҙа тәүгеләрҙән булып, йәш ҡаланың социаль үҫеш планы эшләнә һәм тормошҡа ашырыла.
Быйыл үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе Нефтекама Е. Карцев етәкселек иткән осорҙа Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә заманса төҙөк һәм матур ҡала булып үҫеште. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә “Арланнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы, Ҡарман ГРЭС-ы, яһалма күн етештереү берекмәһе, йорттар төҙөү комбинаты, үҙбушатҡыс автомобилдәр, ауыл хужалығы машиналары заводтары һәм башҡа предприятиелар төҙөлөп, квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителде. Бөгөн Нефтекама бөтә төр күрһәткестәр буйынса республикала тотороҡло дүртенсе урынды биләй.
Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Е. Карцев Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, “Почет Билдәһе” ордендары, күп миҙалдар менән бүләкләнгән, “Нефтекама ҡалаһының почетлы гражданы” һәм башҡа маҡтаулы исемдәргә лайыҡ.
Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡала Советы оло шәхестең исемен мәңгеләштереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Юбилейға әҙерлек барышында ҡаланың үҙәк майҙанына терәтеп төҙөләсәк мемориалдың “Дан аллеяһы”нда Евгений Карцевҡа бюст ҡуйыласаҡ. Уның скульптор И. Ғиләжев һәм рәссам-дизайнер И. Дәүләтов тәҡдим иткән макетын депутаттар бер тауыштан раҫланы. Алты метр бейеклектәге композиция ҡаланың почетлы граждандарына арналған аллеяның башында урын аласаҡ.


Вернуться назад