Беҙҙең староста20.12.2011
Беҙҙең старостаМәсетле районының Һөләймән ауылында тыуа Ризван Хажиев. Ауылында башланғыс белем ала, артабан Ләмәҙтамаҡта уҡый. Һуғыш йылдарында халыҡ күргәнде Хажиевтар ғаиләһе лә кисерә. Кесерткән, алабута, иген ҡырҙығы менән тамаҡ туйҙырған мәлдәр күп була. Аттестат алғас, ауыл егеттәре менән бер ҡор булып, Силәбе өлкәһенең Бакал ҡалаһына һөнәрселек училищеһына китә.
Паровоз машинисы ярҙамсыһы һөнәрен ала, урындағы гәзиткә мәҡәләләр яҙа, уның әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Армия хеҙмәтендә лә Ризван ҡәләмен шымартыуға форсат таба. Хәрби гәзиттәрҙә тиҫтәләгән һүрәтләмә, репортаждары донъя күрә. Ҡайтҡас, райондың “Коммунист” гәзитендә эшләп ала.
Арыу ғына ер-һыу күреп, тормоштоң билдәле бер баҫҡыстарын үткән егеттең күңелендә эйәрле ат ятыр. Белемгә ынтыла Ризван. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына һынау тота.
Ризван Хажиев имтихан биргәндә үк башҡа студенттарҙан үҙенең һәр яҡтан да өлгөргәнлеге, белеме, әүҙемлеге менән айырылып тора ине. Марат Минһажетдинов төркөмөбөҙҙөң старостаһы итеп ҡуйҙы уны.
Старостанан уңдыҡ. 26 студенттың һәр береһенең уҡыуында Ризван Хажиевтың ролен йылдар үткәс кенә аңлайһың. Ул үҙенең беҙгә ҡарата хәстәрлегендә ҡырыҫлығын да, үтә тапҡырлығын да, эске асыҡлығын да файҙалана белде. Ризван ике йөҙлөлөктө, ялағайлыҡты һәм алдаҡты яратманы. Дөрөҫлөк өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булмышына уҙаман бөгөн дә тоғро. Шундай кеше менән бергә уҡыу, төрлө сетерекле хәлдәрҙән сыға белеү, үҙеңде әпкәләйлек ауырыуынан ҡотолдороу, буласаҡ һөнәрең, киләсәк яҙмышың хаҡында уйланыу, ҡыҫҡаһы, староста һабаҡташымдың билдәле бер тәрбиә йоғонтоһонан барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле йәшәү позицияһы беҙҙең өсөн дә әҙерлек мәктәбе булды тип уйлайым.
Ризван Хажиевтың ойоштороу һәләте лә шунда асылды: университет комитетының — өсөнсө, һуңыраҡ икенсе секретары, тотош уҡыу йорто студенттарының хеҙмәт семестры штабы етәксеһе. Ғәҙелһеҙлеккә дусар булған студенттарҙы, йәш уҡытыусыларҙы аҙ яҡламаны секретарь. Үҙенә лә бәлә-ҡазаһы яуып торҙо, йәш коммунист, әлбиттә, ҡаушап ҡалманы. Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, Мәсетле районының Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор булып килә. Мәҙәниәт бүлеге мөдире, район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһында эшләй. Был осорҙа ул үткер ҡәләмле, тормошто үҙенсә генә ҡабул иткән, ҡыйыу фекерле журналист булып өлгөргәйне.
1974 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарын берләштергән эш зонаһына үҙ хәбәрсе итеп ебәрәләр. Шул йылдарҙа Ризван Хажиев төп хәбәрсе эшенән тыш ҙурыраҡ ижад баҫҡыстарына ынтыла. Документаль повестар яҙа. Тәжрибә етерлек, ижад багажы ла һәлмәкләнә, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тора, журналисты аяғы туйҙыра тигәндәй, ҡәләм дә үткерләнә. Күп кенә илдәрҙә — Германия, Чехословакия, Бельгия, Афғанстанда — сәйәхәт итеп ҡайта, бай материал туплай. Автор “Бейек Татр бөркөтө” тигән документаль повесын ауылдашы, Һөләймән егете Вафа Әхмәҙуллинға арнай. Уҡыусылар әҫәрҙе йылы ҡабул итә.
“Совет Башҡортостаны” гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының ХII саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, һуңынан БДУ-ның журналистика кафедраһы доценты. “Ватандаш” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән осорҙарҙа Ризван Закирхан улы республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәле сәйәсмән, журналист, яҙыусы булып таныла.
Ризван Хажиев ысын мәғәнәһендә үҙ иленең ялҡынлы патриоты булараҡ, быға тиклем уҡыусыларға бигүк билдәле булмаған шәхестәрҙең исемдәрен халыҡ хәтеренә ҡайтарҙы. Мәҫәлән, данлы механизатор Нәҡиә Ғәлина, хеҙмәт геройҙары Әхсән Шәрипов, Тимерхан Нәжмиев, Тәлғәт Рахманов, Советтар Союзы Геройҙары Абдрахман Ғәйфуллин, Әмирйән Хәйҙәров, архитектор Барый Кәлимуллин.
“Бейек Татр бөркөтө”нән башланған тынғыһыҙ ижад “Әгәр мин янмаһам”, “Исемдәре ҡалыр йылдарҙа”, “Башкирская публицистика 20 – 30-х годов”, “Журналист булып ҡалам”, “Кем һин, Сабир Ваһапов?”, “Батшаларға башын эймәгәнде...”, “Помнят Высокие Татры”, “Есть такая земля — мечетлинская”, “Һөләймән һәм һөләймәндәр”, “Путь архитектора”, “Әй буйына ҡайтам әле: Ваҡыт һынауҙары аша”, “Мәсетле академиктары”, “Журналист оҫталығы дәрестәре” һәм башҡа китаптары уның ижадының баҙыҡлығы хаҡында һөйләй.
Ризван Хажиевҡа 1993 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Һабаҡташымдың тормоштоң ысынбарлығын һәм хаҡлыҡ юлын яулаған үрҙәренә ҡарап һоҡланам да, ғорурланам да. Дөрөҫлөктө бар асылында күрһәтеү — ул һирәктәргә генә эләккән өлөш һәм бәхеттер.
“Журналист булып ҡалам...” исемле әҫәре тураһында Әмир Абдразаҡов: “Ризван Хажиевтың китабын бик мауығып, ҡыҙыҡһынып уҡыным. Заман... Ваҡиғалар... Уҡып сыҡҡас, бер кем менән дә һөйләшке, бер ниндәй ҙә эшкә тотонғо килмәй уйға сумдым. Әҫәрҙәге үҙ осорона ауаздаш ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, журналист Шамил тураһында оҙаҡ уйланып ултырҙым. Совет Хөкүмәте, коммунистик баҫым заманындағы ваҡиғаларға дөрөҫ баһа биреүҙе, объектив сағылдырыуҙы журналист үҙенең төп маҡсаты итеп ала, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыусыларҙы ла фашларға көс-ҡеүәт бирә”, — тигән.
Артабан да ул ныҡыш, таһыллы ижадсы, көрәшсе-замандаш сафында атлар тигән уйҙа ҡалайыҡ.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.


Вернуться назад