Ҡарашиҙе бирешмәҫ18.04.2013
Боронғо башҡорт ауылы 100 йыллығын билдәләй

Район башҡорттары ҡоролтайында боронғо башҡорт ауылы Ҡарашиҙегә 100 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек башлау тураһында фекер алыштылар. Билдәле булыуынса, бында XIX быуат башында Ҡариҙел аша хәҙерге Иглин районындағы Иҫке Ҡарашиҙе ауылынан күсеп ултырғандар.

Ауыл ағинәйе Нәсимә Бикбулатова әйтеүенсә, ауылға 100 йыл ғына түгел, сөнки башҡорттар килгәнгә тиклем был урында урыҫтар төйәкләнгән Булаш ауылы булған. Әйткәндәй, ауыл эргәһендә Булаш тауы ла бар. Уның һүҙен әле хаҡлы ялдағы уҡытыусы Земфира Сәғәҙәтова, 30 йылдан ашыу элек Яңы Ҡарашиҙегә килен булып төшкән Мәрйәм Ғәлимова ла ҡеүәтләй:
— Бер ерҙә лә тиктомалдан керән үҫмәй бит. Бына беҙҙең баҡсалағы керәнде тамырынан йолҡоп та бөтөрөп булмай. Урыҫтар сәскәндән ҡалған инде.
Ошо ауылдан сыҡҡан академик, Өфө дәүләт авиация техник университетының социология кафедраһы мөдире Фәнил Фәйзуллин әйтеүенсә, ҡасандыр дворяндар ерҙәрҙе баҫып ала башлағас, йәнтөйәген һаҡлап, ауыл халҡы Ҡариҙелдең бер яғынан икенсе ярына күсеп ултырған. Шулай итеп, Иҫке һәм Яңы Ҡарашиҙе ауылдары барлыҡҡа килгән.
Рәсми сығанаҡтарҙа ауылға нигеҙ 1903 йәки 1905 йылда һалынған тип яҙылған. Ауыл хакимиәте башлығы Рәмзиә Гәрәева билдәләүенсә, уға бер быуаттан ашыу ваҡыт үткән, сөнки мәсет 1905 йылда уҡ булған. Килеп ултырғас та халыҡ мәсет һалмай бит. Тәүҙә йорт күтәрә, кәртә-ҡура рәтләй. Ошонан сығып ҡарағанда ла, Яңы Ҡарашиҙегә йөҙ йылдан күберәк тип раҫларға мөмкин. Тарихи сығанаҡтарҙа күрһәтелеүенсә, 1929 йылдың мартында артелдәр нигеҙендә Ленин исемендәге колхоз ойошторола. Коллектив хужалыҡтар иһә ул заманда крәҫтиәндәрҙең ер биләмәләрен, мөлкәтен ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Ауыл халҡы башлыса игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, күпләп умарта тотҡан. Ауылда тирмән дә була, мәсет тә эшләй. 1942 йылда мәсеттә башланғыс мәктәп асыла. 1960 йылдарҙа иһә китапхана ойошторола. Әммә үҙгәртеп ҡороу осоронан һуң ауыл мандый алмай: тәүҙә мәктәп, артынса мәҙәниәт усағы ябыла. Эш эҙләп, халыҡ баш ҡалаға ағыла. Әле Ҡарашиҙе эргәһендәге пионер лагерҙары ғына түгел, ял йорттары ла ябылып бөткән.
Был мәсьәлә бөгөн дә киҫкен тора. Яҡын-тирәлә эш тапмағас, йәштәр ситкә китә, Яңы Ҡарашиҙегә ял көндәрендә йә иһә йәй генә ҡайта.
Бөгөн ауылда 110 кеше теркәлгән. Шуларҙың күбеһе – ололар. Хужалары булһа ла, байтаҡ йорт буш тора. Тыуым бар, әммә ауылда йәшәгән йәш әсәләр һәм сабыйҙар башлыса икенсе урында теркәлгән. Яҡын-тирәлә йәйге йорттар, беҙҙеңсә әйткәндә, дачалар күп. Хәйер, гүзәл тәбиғәтле Ҡарашиҙе үҙе лә дача ҡаласығына әүерелеп бара.
Яңы Ҡарашиҙелә 1930 – 1937 йылдарҙағы БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Зиннәтулла Булашев, IX саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты, һауынсы Йәмниха Шәйҙуллина, философия фәндәре докторы, академик Фәнил Фәйзуллин кеүек арҙаҡлы шәхестәр тыуып үҫкән.
2004 йылда район хакимиәтенең, ауыл халҡының дөйөм тырышлығы менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә обелиск ҡуйылған. Әйткәндәй, тыуған илен һаҡларға киткән яугирҙәрҙең 25-е һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Исемдәре иҫтәлекле таҡтаташҡа яҙылған ҡаһармандарҙы ауыл халҡы 9 Майҙа хөрмәтләп иҫкә ала.
Ҡарашиҙе матур тәбиғәт ҡосағында ултыра. Урман ҡаплаған тауҙар, тау түбәһенән асылған хозурлыҡ, күҙ күреме етмәҫ иркен ҡырҙар, йәмле Ҡариҙел, тонйорап ятҡан күлдәр – тынсыу мегаполистан килгән ҡала кешеһе Ҡарашиҙенең гүзәллегенә хайран ҡалыр! Бер быуатлыҡ тарихы булған ауылдың киләсәге яҡты булыр, тип ышанғы килә.


Вернуться назад