95 йәшен тултырған Миңлехаят инәй Муллағолова йәшәгән фатир тупһаһы аша үткәс тә, насар күргән, яҡшылап ишетмәгән кешене осратырмын, тип уйлағайным. Яңылышҡанмын икән. Яҡшы ишетеп, күреү генә түгел, бер тапҡыр ҙа дауаханала ла ятмаған булып сыҡты ул! Ҡул эше менән булышырға ла дәрт таба.
Ағинәй әле Стәрлетамаҡтағы ҡыҙында йылы һәм бөхтә фатирҙа йәшәй. Тормошо гел ошолай ал да гөл бармаған шул уның. Өс йәшендә аслыҡтан саҡ үлмәй ҡалған. Колхозлашыу башланғас, ата-әсәһе тәүгеләрҙән булып бөтөн мал-тыуары, донъяһы менән коллективҡа ингән.
Иң ауыр саҡтар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Юҡ, йөклө көйөнә елкәһендә ауыр тоҡ күтәреп бишәр саҡрым йөрөүҙән түгел, ә фронт яланында бер ғәйепһеҙгә ҡырылған әҙәм балалары, яндырылған ауыл-ҡалалар өсөн йәне һыҙлай уның. Үҙенең дә ире, ҡусты-ағалары фронтта бит!
Итәк тулы бала, колхоз эше. Ашарға – ризыҡ, яғырға утын юҡ. Башын ташҡа бәреп илағыһы, бейек ярҙан һикергеһе килгән саҡтары ла булғандыр, ләкин сабырлыҡ һәм өмөт һығылып төшөргә юл ҡуймай уға. Фронтта ирҙәр һуғышһа, тылда ҡатындар ирҙәрсә донъя көтә. Көндөҙ колхозда бил бөгә Миңлехаят, төнөн утын әҙерләй. Балалары күмәк булғас, һыйыр бирәләр. Шул малҡайға бесән әҙерләп өлгөрөргә лә кәрәк.
Һуғыш тамамланғас, яҙмыш һынауҙары бының менән генә бөтмәгән булып сыға. Яраланған ирен бер йыл үткәс кенә ҡаршы ала Миңлехаят. Артабан да ауырыу ир, ете бала ҡарап, бер үҙе тигәндәй донъя йөгөн тарта. Сабырлығы ла ярҙам итә уға.