Өфөлә Рәсәй төбәктәрендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезы бара. Сарала Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов ҡатнаша.
— Мөһим форумды Башҡортостанда үткәреү — республикаға күрһәтелгән ҙур ышаныс, — тине Президент Рөстәм Хәмитов съезды асыу тантанаһында. — Сара балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле киҫкен мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеген аса. Үтә ҡатмарлы, яуаплы өлкәлә башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү ифрат мөһим. Был йәһәттән Башҡортостанда өлгө булырлыҡ миҫалдар байтаҡ.
Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында тыуым кимәле йәһәтенән — дүртенсе, ә күп балалы ғаиләләр һаны буйынса тәүге урынды биләй. Былтыр төбәктә 59 меңдән ашыу сабый донъяға килгән. Был — һуңғы ике тиҫтә йылдағы иң юғары күрһәткес. Ҡаҙаныштар тәүге сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу буйынса программаларҙың, “Һаулыҡ” милли проектының уңышлы эшләүенә бәйле. Улар аша медицина учреждениеларының матди-техник хәлен яҡшыртыу, перинаталь хеҙмәтте үҫтереү, буласаҡ әсәләрҙең һәм сабыйҙарҙың сәләмәтлеген һаҡлауҙың сифатын арттырыуға йүнәлтелгән.
Республикала балаларҙың белем алыу хоҡуғына ла ҙур иғтибар бүленә. Тәүге сиратта — мәктәпкәсә белем биреү системаһындағы кисектергеһеҙ мәсьәләләр. Балалар баҡсаһында урындарҙың етмәүе — илдең һәр төбәгенә хас проблема. Уны хәл итеү йәһәтенән Башҡортостанда эҙмә-эҙлекле эш алып барыла: 2011 йылда — 10 меңдән, былтыр 14 меңдән ашыу урын булдырылған. Президент әйтеүенсә, 2015 йылдың аҙағына был һан 30 меңгә етәсәк. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн 10 миллиард һум аҡса бүленгән.
— Һаулыҡтан һәм белем алыуҙан тыш, һәр бала бәхетле булырға хоҡуҡлы, — тине сығышында Рөстәм Зәки улы. — Ә бәхет — ғаиләле, ата-әсәле булыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн республикала 18 меңдән ашыу етем бала иҫәпләнә. Уларҙың 90 проценты уллыҡҡа алынған һәм патронат ғаиләлә йәшәй. Бер меңдән күберәге балалар йорттарында тәрбиәләнә. Республикала етемдәрҙе уллыҡҡа алған ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмендә пособие түләнә башланы. Ә инвалид балалар мәсьәләһен хәл итеү ауырыраҡ. Уларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә пособиены тағы ла арттырырға ҡарар иттек.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә туҡталды, был эште ныҡлы контролгә алыу мөһимлеген билдәләне.
Форум барышында Рөстәм Хәмитов Мәләүез районынан туғыҙ бала тәрбиәләгән Старцевтар ғаиләһенә — “ГАЗель” микроавтобусына сертификат, яңы өйләнешкән Вәлиевтәргә ике бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙы. Һөҙөмтәле эшләүсе Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр иһә Павел Астаховтан Рәхмәт хаты алды.