Эш хаҡын конвертта алмағыҙ17.04.2013
Быйыл 1 ғинуарға республикалағы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары 7 111 коллектив договорҙы теркәгән. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһының былтырғы эш йомғаҡтарына арналған ултырышында ошо хаҡта фекер алыштылар.
Комиссия хеҙмәт баҙарындағы хәлде тотороҡландырыу, халыҡты эш менән тәьмин итеү йәһәтенән байтаҡ сара күргән. Былтыр 78 мең кешегә эш табыуҙа ярҙам күрһәтелгән, 8,5 мең эшһеҙ һәм бала ҡарау буйынса ялдағы 493 ҡатын һөнәри белем алыуға ебәрелгән. 1 375 кеше ваҡытлыса эш менән тәьмин ителгән, 25 меңе эшһеҙлек буйынса пособие алған.
Былтыр “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһын берлектә финанслауға, балалы ғаиләләргә пособие түләүгә 445,6 миллион һум аҡса бирелгән. “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуға, йәш белгестәрҙе һәм ауылда йәшәгән йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә 281,3 миллион һум бүленгән.
Кәңәшмәлә шулай уҡ ветерандарға, пенсионерҙарға социаль ярҙам күрһәтеү, профсоюз ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. “Һоро эш хаҡы” проблемаһы ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Республикалағы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр йылына 14 миллиард һумды конвертта ала, тимәк, эш биреүсе уларҙы тейешле социаль гарантия менән тәьмин итмәй, ә бюджет байтаҡ һалым кеременән мәхрүм ҡала.
— Өс яҡлы комиссияның бурыстары аныҡ һәм ябай: профсоюздарҙың, эш биреүселәрҙең һәм республика Хөкүмәтенең үҙ-ара һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү, — тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Маҡсатыбыҙ — һәр хеҙмәткәргә лайыҡлы эш хаҡы һәм социаль пакет гарантиялау.
Ултырышта ҡатнашыусылар коллектив договорҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе, мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы мәсьәләһен тикшерҙе. Мәҫәлән, быйыл уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 22 594 һум тәшкил итергә тейеш.


Вернуться назад