Америка алҡышланы17.04.2013
Америка алҡышланыОшо көндәрҙә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Ғәлим Яҡупов менән “Тамыр” студияһы журналисы Гөлназ Ғәлимуллина АҠШ-та булып ҡайтты. Башҡортостан юлдаш телеканалының ижади емеше донъя кимәлендәге телевизион фильмдар фестивалендә иң яҡшыларҙан тип танылды һәм дипломға лайыҡ булды.

Гөлназ Ғәлимуллинаның “Күл янындағы өй” тип аталған фильмы 2002 йылда Боден күле өҫтөндә булған авиаһәләкәткә арналған. Мәғлүм булыуынса, ҡот осҡос фажиғәлә Башҡортостан балаларының ғүмере өҙөлгәйне. Фильм республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә төшөрөлгән. Унда аяуһыҙ ваҡиғаның шаһиттары, мәрхүмдәрҙең туғандары биргән интервьюлар ҙа ҡулланылған.
— Абруйлы бәйгелә еңеүем — оло мәртәбә, — ти Гөлназ Ғәлимуллина, — Илленән ашыу илдән ҡатнашҡан конкурсанттар араһында беҙҙеке иң яҡшы биш фильм исемлегенә инеүе һөйөндөрә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади коллективына яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.


Вернуться назад