Йылғаның холҡо мең төрлө17.04.2013
Йылғаның холҡо мең төрлөҺуңғы көндәрҙә күп йылғаларҙа һыу артыҡ күтәрелмәне. Сәбәбе — көндәрҙең сағыштырмаса һалҡын тороуында. Тик бөгөндән тағы йылына башланы, тимәк, һыуҙың артыуын көтөргә кәрәк.

Башгидромет белгестәре хәбәр итеүенсә, Өфөлә ташҡындың иң киҫкен мәле 23 апрелдән 28-енә тиклем буласаҡ. Ағиҙел йылғаһының Ар ташы янында 21 — 27 апрель, Бөрө тирәһендә 25 апрелдән 1 майға тиклем иң ташҡан мәл көтөлә. Өфө йылғаһы Шакша тирәһендә 21-енән 27 апрелгәсә, Ҡыҙылъярҙа 22-һенән 28 апрелгәсә иң юғары нөктәһенә етәсәк, ә Эҫем 18 апрелдән 24-енәсә ташасаҡ.
Йылғаның хәлен күҙаллауы ауыр. Мәҫәлән, Ағиҙел Өфө тирәһендә тәүлек эсендә 4 сантиметр юғалтһа (471 см), Бөрө янында ошо уҡ йылға 70 сантиметрға күтәрелгән һәм 684 см тәшкил итә.
Бәләкәй йылғаларҙың торошо ла тәүлегенә әллә нисә ҡат үҙгәрә. Бығаса ташыуҙан туҡтабыраҡ торған Ашҡаҙар Яңы Федоровка янында 67 сантиметрға күтәрелгән. Ә Стәрле йылғаһы, киреһенсә, кәмеүгә бара (тәүлек эсендә — 31 сантиметрға). Эҫем иһә, күрһәткестәргә ҡарағанда, быйыл бик ташмаған. Әле уның кимәле 488 сантиметр (тәүлек эсендә 71 см юғалтҡан) булһа, былтыр ошо уҡ көндө 616 сантиметр тәшкил иткән.
Һыу һаҡлағыстарға килгәндә, улар ҙа ташыуын дауам итә. Йомағужа тәүлегенә 121 см, Нөгөш — 53 см, Ыҫлаҡ 10 сантиметрға артҡан. Павловка һыу һаҡлағысында һыу кимәле бер сантиметрға кәмегән.
Әлегә ташҡынға бәйле киҫкен осраҡтар теркәлмәгән. Экология, гидрология һәм техноген характерлы хәүеф тураһында ла мәғлүмәт юҡ.


Вернуться назад