Эскән кеше мал тапмаҫ17.04.2013
Башҡортостан Хөкүмәтендә “Айыҡ ауыл-2013” республика конкурсына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы булды. Бәйге республикабыҙҙа икенсе тапҡыр уҙғарыла.
Кәңәшмәлә республика министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Конкурсты республика Хөкүмәте ярҙамы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәт хәрәкәте ойоштора.
— Сара республикалағы йәмәғәт ойошмаларында хуплау тапты. Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҙур эш башҡара, — тине, ултырышты асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Минеңсә, был проект федераль кимәлдә лә танылыу яуларға тейеш, сөнки бөгөн айыҡ тормоштоң республика, бөтә кешелек өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын аңлаған кешеләрҙең, йәмәғәт ойошмаларының, власть органдарының дөйөм тырышлығы менән генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.
Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, күберәк иғтибарҙы халыҡтың сәләмәт тормошто хуплаған йолаларына йүнәлтергә кәрәк. Бынан тыш, йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн эштә төрлө Интернет-ресурстарҙы, социаль селтәрҙәрҙе, мәғлүмәт таратыуҙың башҡа заманса алымдарын файҙаланыу зарур.
Быйыл конкурсты үткәреүгә республиканың резерв фондынан 1 миллион һум аҡса бүленә. Еңеүселәр “Ғаилә институтын һаҡлап ҡалыу буйынса эшмәкәрлектең иң яҡшы һөҙөмтәләре”, “Гражданлыҡ әүҙемлеген дәртләндереүҙең иң яҡшы практикаһы”, “Милли-мәҙәни эшмәкәрлектә һәм биләмә традицияларын үҫтереүҙә иң яҡшы ҡаҙаныштар”, “Айыҡ (сәләмәт) тормошто пропагандалауҙың иң яҡшы практикаһы”, “Ауыл тураһында иң яҡшы фото, видеорепортаж” кеүек биш номинацияла билдәләнәсәк.
Лилиә Ғүмәрова шулай уҡ ауыл клубтарында айыҡ дискотекалар үткәреү проектын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар был башланғысты хупланы.
Айыҡ тормош өсөн көрәштә йәш ғаиләләргә лә ҙур иғтибар бирелә. Шуға күрә алкоголле эсемлектәр ҡулланылмаған туйҙар үткәрергә, ауылдарҙағы загс бүлектәрендә сәләмәт тормошто пропагандалаған мәғлүмәт дисктары таратырға ҡарар ителде. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, “Айыҡ ауыл” конкурсы урындағы үҙидара органдарының халыҡ араһында эскелек кимәлен түбәнәйтеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегендә ыңғай тәжрибәне асыҡларға һәм дөйөмләштерергә булышлыҡ итәсәк. Сараның төп маҡсаты — кешеләр аңына айыҡлыҡтың тормош нормаһы булыуын һеңдереү.
Әле 50-нән ашыу ауыл конкурста ҡатнашыу теләген белдергән. Сара тәүге тапҡыр уҙғарылған 2011 йылда ярышта 41 райондан 99 ауыл ҡатнашҡайны. Шуларҙың 30-ҙан ашыуы финалға үтһә, 15-е төрлө номинацияла еңеп сыҡҡан. Өс биләмә “Айыҡ ауыл” исемен алған. Был ауылдарҙа магазин кәштәләренән спиртлы эсемлектәр юҡҡа сыҡҡан, демографик хәл яҡшырған, енәйәтселек кимәле түбәнәйгән, социаль яуаплы эшҡыуарлыҡ үҫеш алған. Ауылдаштары араһында айыҡ тормошто пропагандалаған әүҙем кешеләргә лә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылған.