Ҡайным Фазылйән Сәлимов эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан кеше. 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тик ултыра белмәй, ваҡыты ла юҡ. Йәйгеһен баҡса мәшәҡәттәренә күмелә, ихаталағы ҡайһы бер эш тә – уның иңендә. Ә инде оҙон ҡышта тарих менән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, нәҫеленең шәжәрәһен төҙөргә тотондо, уға әленән-әле өҫтәмәләр индерә. Шулай уҡ Баймырҙа ауылының тарихын да яҙа башланы. Бай ғына шәхси архивы ла тупланды.
Күптән түгел яҙмаларын тәртипкә килтергәндә "күптән юғалды инде, эҙләү файҙаһыҙ" тип онотолған бер фотоһүрәт табылды. Күрһәгеҙ ине ҡайһылай ҡыуанғанын!
Был фоторәсемдә – уның атаһы (уң яҡта) Йәноҙаҡ Сәлимов. Ул 1887 йылда Баймаҡ районының Баймырҙа ауылында тыуған. 1915 йылда армияға алынған: революцияла ҡатнашҡан, Чапаев полкында хеҙмәт иткән. Тыуған яғына 1922 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан, ғаилә ҡорған, күп йылдар хужалыҡ рәйесе булған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән уҙаман илебеҙҙе дошмандан һаҡларға ашыҡҡан. 1942 йылда Сталинградта ҡаты яраланып, Ырымбур госпиталендә бер нисә ай дауаланған. Старшина Сәлимовтың ике һуғышта ҡатнашыуын, төрки телдәрен һыу кеүек эсеүен иҫәпкә алып, уны Сәмәрҡәнд һәм Бохара ҡалаларына йәш һалдаттарҙы әҙерләү курсына командир итеп ебәрәләр. Күп тә үтмәй, кесе офицер яугирҙәре менән Сталинград һуғышына инә. 1943 йылдың 12 февралендә тиңһеҙ алыштарҙың береһендә Йәноҙаҡ Фәйзрахман улы хәбәрһеҙ юғала... Хат яҙыу, запростар ебәреү һөҙөмтә бирмәй. Ләкин ҡайным туҡталып ҡалмай, был бурысты үҙ өҫтөнә ала. Ырымбур, Сәмәрҡәнд, Бохара һәм Волгоград ҡалалары архивтарына юллана. Эҙләнеү бушҡа булмай – ҡәҙерле кешеһенең Мамаев ҡурғаны стелаһындағы батырҙар исемлегенә индерелеүен асыҡлай. Ошо көндән алып Сәлимовтар өсөн Волга яры буйы изге урынға әйләнә. Сталинград яуы геройҙарына ҡуйылған һәйкәлгә бөтә туғандары, хатта ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә сәфәр ҡыла.
Мәҡәләмде фоторәсемдән башлауым тиккә түгел. Хикмәт шунда – уның артына Йәноҙаҡ Сәлимов үҙ ҡулдары менән түбәндәгеләрҙе яҙған: "1942 йыл, 12 июль. Карточкалағы иптәшем – Бишбүләк районының "Дим" совхозындағы 3-сө ферманан Хөснулла Мостафин тигән егет. Фотоға Сталинград ҡалаһында урынлашҡан батальонда (госпитальдә) төштөк".
– Ул һуғыштан, бәлки, иҫән-һау ҡайтҡандыр. Туғандары ошо яҙманы уҡып, миңә ҡош телендәй генә хәбәр еткерһә, бик тә шат булыр инем, – ти ҡайным.
(Адресы һәм телефондары редакцияла).