Бөгөн икебеҙ генә иҫән…17.04.2013
Бөгөн икебеҙ генә иҫән…Күптән түгел республикала Башҡорт совет автономияһын ойоштороуға 94 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, бынан 64 йыл элек булып үткән хәл-ваҡиғалар иҫкә килеп төштө.

1949 йыл. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға дүрт йыл да тулмаған. Көнкүреш шарттары ла үтә наҡыҫ. Шулай булһа ла, Хөкүмәт Башҡорт АССР-ы төҙөлөүгө 30 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Ғ.И. Ғәлиев етәкселегендә ойоштороу комиссияһы төҙөлгән, комиссияла бөтәһе – 20 кеше.
Планға ярашлы, 10 – 17 мартта Өфөлә ауыл үҙешмәкәр театр коллективтарының республика смотрын үткәреү ҡаралған була. Был бәйгелә республиканың 12 район вәкилдәре ҡатнашты: Баймаҡ (Түбә ҡасабаһы), Маҡар (хәҙер Ишембай), Матрай (хәҙер Йылайыр), Ғафури, Илеш, Миәкә, Учалы, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Иглин, Кушнаренко, Бөрө райондарының үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны.
Сараға Маҡар ауыл клубы үҙешмәкәрҙәре лә дәртләнеп ҡушылды. Уҡытыусы Фуат Йомағужин етәкселегендә пьеса һайлап алып, репетициялар үткәрә Бөгөн икебеҙ генә иҫән…башланыҡ. Пьесаһы ниндәй бит: азербайжан яҙыусыһы У. Гаджибековтың “Аршин мал алан”ы.
Шулай итеп, март башында туғыҙ кеше Өфөгә юлландыҡ. Беҙҙе промартелдән Стәрлетамаҡҡа тиклем алып барыу өсөн санаға егелгән ат бирҙеләр. Ат тигәнебеҙ үҙе саҡ-саҡ һөйрәлеп атлай, юлда ҡар ҡатыш һыу шабырлап аға, аяҡтарыбыҙҙа – сабата. Санаға музыкантыбыҙ Ғаяз Ҡарамышевтың гармуны, беҙҙең ваҡ-төйәк төрнәлгән төйөнсөктәр һалынған, ә беҙ йәйәүләп атлайбыҙ. Маҡарҙан 30 километрҙа ятҡан Әхмәрҙә ҡундыҡ, иртәнсәк Стәрлетамаҡҡа етеп, артабан поезд менән киттек.
Бөгөн икебеҙ генә иҫән…Өфөлә ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар, драма театры артистары беҙҙең менән репетициялар үткәрҙе.
10 мартта беренсе булып беҙҙең коллектив Социалистик урамында (хәҙер Мостай Кәрим) урынлашҡан уҡытыусылар йортонда сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, тамашаны бик матур ҡабул иттеләр. Жюриҙа Х. Бохарский, гәзит-журнал мөхәррирҙәре, ул ваҡыттағы ВЛКСМ өлкә комитеты секретары З. Аҡназаров, бик күп драма театры артистары булды.
Пьесала Фәүзиә Солтанова – Тәлли, Мирсәйет Исламморатов – Сөләймән, Наилә Рәхмәтуллина – Гөлшәһрә, Фуат Йомағужин – Асҡар, Фәүзиә Камалова – Йыһан, Шәһит Ҡолбаев – Солтанбәк, мин Асия ролен башҡарҙым.
Уйыныбыҙҙы жюри ағзалары бик юғары баһаланы, беҙгә беренсе урын биреп, бөтәбеҙҙе лә Почет грамотаһы менән бүләкләнеләр, ә Ғәли Ҡарамышевты бигерәк ныҡ оҡшаттылар, уға күлдәклек ике метр ситса ла бирҙеләр.
Шуныһы ҡыҙғаныс: ошо туғыҙ кеше араһынан бөгөн Наилә Рәхмәтуллина менән мин генә иҫәнбеҙ...


Вернуться назад