Ринат Исмәғилев — райондың тәжрибәле ветеринария фельдшерҙарының береһе, яратҡан һөнәренә 30 йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Ишле ғаиләлә тыуып үҫкән егет Шафран училищеһына уҡырға инә. Әммә был һөнәрҙе ғүмерлек эшенә әйләнер тип башына ла килтермәй.
Яҙмыш еле уны алыҫ Находка ҡалаһына алып китә. Унда егет портта йөк тейәүсе булып эшләй. Бер нисә йыл Байкал-Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнаша. Тыуған яғына ҡайтҡас, Ринатты "Яңы Раевка" совхозына эшкә саҡыралар һәм Мәскәүгә квалификацияны камиллаштырыу курсына ебәрәләр. Шулай итеп, мал һимертеү комплексы асылғандан бирле Ринат Рахманғол улы совхозда күп йылдар ветеринария фельдшеры булып эшләй. Бөгөн иһә ул — Ташлы участкаһының ветеринария фельдшеры. Был участкаға ете ауыл һәм ике ҙур хужалыҡ инә.
Тәжрибәле белгес Ринат Рахманғол улы яҡташтары араһында ҙур абруй ҡаҙанған. "Эшенә яуаплы ҡарай, һөнәренең бөтә нескәлектәрен белә. Мал ярата, дөрөҫ диагноз ҡуя һәм һөҙөмтәле дауалай", — ти район ветеринарҙары уның тураһында.
Ринат Исмәғилевтең тырышлығы бушҡа китмәне — йыл йомғаҡтары буйынса ул Башҡортостандың иң яҡшы ветеринария фельдшеры тип танылды.