Европа илдәрендә күптән тәбиғи материалдан яһалған көндәлек кәрәк-яраҡтың, кейем-һалымдың баһаһы ҙур. Һуңғы ваҡытта беҙҙә лә ошондай шөғөл менән мауығыусылар арта.
Ауылдашым Римма Юнысоваға һәр ваҡыт: “Бынамын тигән ҡул оҫтаһы!” — тип һоҡланалар. Бәләкәй генә ырғаҡ менән йәйғор төҫөндәге ептәрҙән күҙҙәр йыйып, ниҙәр генә бәйләмәй, энәгә еп һаплап, нимәләр генә сикмәй! Өйөндәге күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәре шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Салфетка, ултырғыс япмаһы, гөл һауыты өсөн аҫлыҡтар, тәҙрә селтәре өҫтөнән эленгән ламбрекен һәм башҡалар йортто ла биҙәй, күңелде лә күтәрә. Рамға ҡуйылған сигеүҙәре рәссамдар эшенән һис ҡайтыш түгел. Мәҫәлән, мәк сәскәләре әле генә өҙөп алынған тиерһең, ә ағасҡа ҡунған һандуғас балаһы бына-бына осоп китер төҫлө.
Кемдән күскән уға бындай оҫталыҡ, сере нимәлә? Ябай ауыл балаһы ҡайҙан өйрәнһен инде, тәбиғәттән бирелгәндер был һәләте, урман-ҡырҙар еҫен һеңдергән әсә һөтө аша күскәндер, моғайын.
Ҡайнап тигәндәй торған тормошта, юғары технологиялар үҫешкән заманда ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙең кәрәге лә юҡ кеүек. Күптәр элекке һымаҡ кейем-һалымды үҙ ҡулың менән тегеүҙең, һөлгөләр сигеп, ойоҡбаш-бейәләй бәйләп мәшәҡәтләнеүҙең мәғәнәһен аңламай ҙа. Эйе, хәҙер барлыҡ кәрәк-яраҡты магазиндан һатып алырға мөмкин. Әммә Римма Зөфәр ҡыҙы ижад иткән һәр нәмәлә күҙ нуры, ҡул йылыһы, күңел матурлығы һаҡлана. Ҡул эшенең файҙаһы ла ҙур, тиҙәр: психологтар уның нервы системаһына ыңғай йоғонто яһауын күптән раҫлаған.
“Шундай эштәр менән шөғөлләнергә ҡыҙығам да бит, тотоноп ҡараһам, килеп сыҡмай, әлеге тынғыһыҙ заманда өлгөрә лә алмайым”, — тиеүселәргә яуабы ҡыҫҡа оҫтаның.
— Күңелеңде күтәрерлек, илһам тыуҙырырлыҡ шөғөл тапһаң, намаҙға баҫһаң, булдырып була ул. Доғалар тынысландыра, ә тилбер ҡулдар ышаныс өҫтәй, шунан рәхәтләнеп ижад итәһең, — ти Римма Зөфәр ҡыҙы.