“Рәсәй-10” проект-конкурсында ҡатнашҡан Волга буйы федераль округындағы тәбиғәт, мәҙәниәт, археология ҡомартҡылары, фәнни-техник прогресс объекттары араһында, Башҡортостан шихандары, әүәлгесә, беренсе урынды биләй.
Әле улар 46 меңдән ашыу тауыш йыйған. Икенсе урында, 29 700 тауыш йыйып, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле бара. Өсөнсө урында — Удмуртиялағы “Иднакар” музей-ҡурсаулығы. Округтағы иң яҡшы бишәү иҫәбенә шулай уҡ Һарытауҙағы автомобиль күпере һәм Пермь крайындағы Көнгөр мәмерйәһе инә.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 25 мартта Урыҫ география йәмғиәте һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы “Комсомольская правда” гәзите ярҙамы менән “Рәсәй-10” мультимедиа проектын башлап ебәргәйне. Уның маҡсаты — Рәсәйгә ҡарата тотороҡло ҡыҙыҡһыныуҙы һаҡлап ҡалыу, үҙенсәлекле география, архитектура һәм тарих объекттары тураһында һөйләү, төбәктәрҙә “геоватансылыҡ”тың яңы тулҡынын тыуҙырыу, дөйөм тауыш биреү юлы менән илебеҙҙәге өр-яңы 10 визуаль символды һайлау. Еңеүселәр Мәскәү өлкәһендә ойоштороласаҡ “Рәсәй” ландшафт паркында миниатюрала сағылдырыласаҡ.
Тауыш биреү барышында 700-ҙән ашыу объект — Рәсәйҙәге иң сағыу тәбиғәт, архитектура һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары һайлап алынды. “Рәсәй-10” сайтында тауыш биреү 29 сентябргә тиклем дауам итә. Шулай уҡ сайтҡа инеүселәр унда үҙҙәренә оҡшаған объекттарҙың фотоһын урынлаштыра ала.