Бәләкәй йылғалар ярына ҡайта башланы16.04.2013
Ҙур һыу ял көндәрендә саҡ экология ҡазаһына алып килмәне. Стәрлетамаҡ районында ирегән ҡар һыуы нефть шламы һаҡланған тупраҡ амбарҙың ситен йыуған. Наумовка ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан был соҡорҙан мазут ағып сыҡҡан. Уның Ағиҙелгә төшөү ҡурҡынысы барлыҡҡа килгән. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡмаһын өсөн барлыҡ көстәр йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта хәүеф бөтөрөлгән, ә мазут ағып сығыуҙан тәбиғәт күргән зыянды экологтар баһалаясаҡ.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһы кимәле Өфө янында тәүлек эсендә 22 сантиметрға күтәрелгән һәм 475 см тәшкил итә. Әйткәндәй, былтыр ошо уҡ көндә һыуҙың кимәле 458 сантиметр булған. Бөрө һәм Андреевка тирәһендә Ағиҙел 56 һәм 73 сантиметрға күтәрелгән.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер йылғалар һыуын кәметә башланы. Мәҫәлән, Ашҡаҙар Яңы Федоровка тирәһендә 163 сантиметрға төшкән. Өршәк менән Стәрле йылғалары ла кәмеүгә табан бара. Яйлап ҡына Өфө, Әй, Йүрүҙән һәм Дим үҙ ярҙарына ҡайта.
Ял көндәре һалҡын булды. Шәмбе Бөрө районында Ағиҙелдә боҙ тығылды. Березовканан алып Камышинка ауылына тиклем 12-15 километр самаһы тығын барлыҡҡа килде. Шул сәбәпле 13 һәм 14 апрелдә йылғала шартлатыу эштәре алып барылды. Боҙ йылға ағымы буйлап алға ҡуҙғалды, әммә Сосновый Бор ауылы янында ул яңы тығын барлыҡҡа килтергән.