Беҙҙең эрага тиклем биш мең йыл элек башланған наркотик ҡулланыу күренеше — бөгөн донъялағы ҙур проблемаларҙың береһе. Рәсәйҙә наркомандарҙың рәсми теркәлгәндәре генә лә ярты миллион. Шуныһы күңелгә шом һала, бындайҙар йылдан-йыл арта…
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Игорь Кухарчук күптән түгел хәбәр итеүенсә, республикала героин менән һатыу итеү кәмей төшкән. Әммә ҡыуанырға ашыҡмайыҡ, сөнки синтетик наркотик етештереү күләме артҡан. Дөрөҫөрәге, “аҡ үлем” ҡолдары героин урынына, осһоҙораҡтыр типме, йышыраҡ спайс, тартыу ҡатнашмаһы ҡуллана башлаған. Ә наркомандар һаны, белеүебеҙсә, ағыу төрөнә ҡарамай, арта бара.
Төнгө клубтарҙа һауалай таралған был наркотик төрө героиндан да ҡурҡынысыраҡ булмаҡсы. Сөнки элек ағыуҙы ситтән ташыһалар, хәҙер иһә уны үҙҙәре, өй шарттарында тип әйтәйек, етештерә ала.
Әйткәндәй, һеҙ күргән фотола — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы синтетик наркотик һатып алырға саҡырыусы реклама. Шуныһы аптырауға ҡалдыра: был яҙыу ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдарының бер бүлегенең ишек төбөндә тиерлек урынлашҡан. «Һуҡыр» булыу отошлораҡмы икән әллә беҙгә?