Әйлеләр ҡорға йыйыла16.04.2013
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты йыл башында башҡорт ырыуҙары йыйындарын уҙғарыу башланғысы менән сыҡҡайны. Әйле ырыуының йыйынын үткәреү буйынса март башында ойоштороу комитеты төҙөлдө һәм уның рәйесе итеп “Янғантау” шифаханаһы директоры Энгельс Ҡолмөхәмәтов тәғәйенләнде.

Ойоштороу комитеты ҡарары менән 19 апрелдә Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында әйлеләр ҡорға йыйыласаҡ. Унда Салауат, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Балаҡатай, Иглин, Туймазы һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш менән Ҡоншаҡ райондарынан ырыу вәкилдәре ҡатнаша – барлығы 300 самаһы делегат һайланған.
Сараның программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ҙур хөрмәт менән Силәбе өлкәһе ҡунаҡтарын ҡаршы алыу, милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау ойоштороласаҡ.


Вернуться назад