Бөтә донъя — “Ҙур сумаҙан”!16.04.2013
Былтыр ноябрҙә “Тамыр” телеканалының “Ҙур сумаҙан. ТРУБАдур менән акустик сәйәхәт” проекты Ҡазанда уҙғарылған “Идеялар питчингы” конкурсында иң яҡшыһы тип танылғайны.
Ул Рәсәй телевидение академияһына ебәрелгән 80 проекттың иң отошлоһо тип билдәләнде. Федераль канал вәкилдәре ингән жюри ағзалары ҡалалар һәм илдәр тауышына телесәйәхәт идеяһын яңылыҡ тип тапты һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе.
Ике аҙна эсендә “Тамыр” телеканалы вәкилдәре алты ҡалала һәм дүрт илдә булды. Сәйәхәттәрҙең тәүгеһе тамашасыларҙы музыканың баш ҡалаһы Вена менән таныштыра. “Трубадур” Руслан Фаршатовтың “сумаҙан”ында киң билдәле Вена тәгәрмәсе, Музыка йорто, Вена трамвайының тауыштары һаҡлана. “Тамыр”ҙар тауыш эҙләп, Беренсе каналдың алып барыусыһы, Рәсәй телевидение академияһы ағзаһы Яна Чурикованың кәңәше буйынса, ҙур ҡыйынлыҡ һәм мажаралар менән Вена дәүләт операһында ла булды.
Киләһе шәмбе “Ҙур сумаҙан” Словакияға, атап әйткәндә, туҡтап ҡалған сәғәттәр ҡалаһы — Братиславаға юллана. Артабан Германияның Лейпциг, Дрезден, Чехияның Прага һәм Брно ҡалалары көтә. Проект авторҙары ошо рәүешле донъя тауыштары шәлкемен тупларға ниәтләй. Был эштә уларға, “Контактта”ғы махсус төркөмдә аудиотәьҫораттарын ҡалдырып, Интернеттағы дуҫтары ла ярҙам итә ала.