Яр буйы, ниһайәт, матурланыр...16.04.2013
Өфөнөң Затон биҫтәһендәге күперҙе төҙөкләндереүгә федераль ҡаҙнанан 5 миллиард һум аҡса бүленә, шуның 1,5 миллиард һумы быйыл уҡ үҙләштереләсәк.
Федераль бюджеттан “Өфө” халыҡ-ара аэропортын реконструкциялауға иһә 2,3 миллиард, Өфөнөң яр буйҙарын төҙөкләндереүгә 1,5 миллиард һум йүнәлтеү ҡарала. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды халыҡты иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә 1,7 миллиард һум аҡса бүләсәк.
Быйыл социаль объекттар төҙөлөшөнә инвесторҙар йәлеп итеү күҙҙә тотола. Ағиҙел аръяғы биҫтәһен инженерлыҡ коммуникациялары менән тәьмин итеүҙә лә дәүләт инвестициялары файҙаланыласаҡ. Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов әйтеүенсә, был эштәрҙе дәүләт ҡатнашлығынан тыш тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Киләһе биш йыл эсендә бында 6 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш.