Өфөнө себер эрбете биҙәйәсәк16.04.2013
“Йәшел ҡала” йәмәғәт эко-проектына ярашлы, 15 — 25 апрелдә Өфөлә күпләп ағас, атап әйткәндә, себер эрбете (кедры) ултыртыла. Сараның инициаторы — “Һайлау” компанияһы.
Ағасты Затондағы “Тулҡын” һәм Шакшалағы “Бала саҡ” скверҙарында ултыртасаҡтар. Тап ошо урындарҙа эрбет аллеялары барлыҡҡа килергә тейеш. Бынан тыш, мәңге йәшел ағас ҡайһы бер гимназия, урта мәктәп, балалар баҡсалары биләмәләрен дә биҙәйәсәк. Йәмғеһе 200-ҙән ашыу ағас ултыртыу күҙаллана. Сараға предприятие, ойошмалар ҡушылһа, ағастарҙың һаны бермә-бер артасаҡ.
Акцияның маҡсаты — Өфө халҡын ҡала тормошона йәлеп итеү, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Был ғәмәл экологик хәлде яҡшыртыуға ла булышлыҡ итәсәк. Проектты башлаусылар билдәләүенсә, кедр ултыртҡан һәр кеше үҙе хаҡында быуатҡа торошло иҫтәлек ҡалдыра, сөнки йәшел ҡупшыҡайҙар 800 йыл самаһы йәшәй. Үҫентеләрҙе баш ҡалабыҙға Таулы Алтайҙан килтерәсәктәр.