Сибайға – самолетта...16.04.2013
Башҡортостанда бәләкәй авиацияның киләсәге бармы?
Ҡасандыр һөҙөмтәле эшләгән һәм Башҡортостан ҡалаларын ғына түгел, район үҙәктәрен дә тоташтырған бәләкәй авиацияның бөгөнгөһө һис тә маҡтанырлыҡ түгел. Аэропорттар күптән ташландыҡ хәлдә һәм файҙаланыу өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ. Әгәр үткән быуаттың 80-се йылдарында төпкөл райондарҙан да баш ҡалаға самолетта осоу мөмкинлеге булһа, бөгөн күҙ төбәп торған транспорт сараһы – еңел автомобиль менән автобус ҡына. Хәйер, ул замандар менән сағыштырғанда, республикала юл сифатының байтаҡҡа яҡшырыуы ғына бер аҙ кәйефте күтәрә.

Ваҡыттың күпкә аҙыраҡ сарыф ителеүе – ҡанатлы транспорттың башҡалар менән сағыштырғандағы төп өҫтөнлөгө. Мәҫәлән, Мәскәүгә сәфәр поезда ике көнгә яҡын һуҙылһа, самолетта иһә ике сәғәттән дә ҡалмай баш ҡалала булаһың. Бер нисә йыл элек, ошоно иҫәпкә алып, буғай, беҙҙә лә (тиҫтә йылға яҡын ташландыҡ хәлдә булғандан һуң) Нефтекама менән Сибайҙағы аэропорттар тергеҙелеп, уларҙы реконструкциялауға 200 миллион һумға яҡын аҡса сарыф ителгәйне. Сибай аэропорты етәксеһе Нуриәхмәт Ямантаев әйтеүенсә, был ҡаланан Өфөгә осоу хаҡы ул осорҙа 1750 һум тирәһенә баҫа (автобус хаҡынан байтаҡҡа ҡиммәт). Ваҡытын ҡәҙерләгән халыҡ самолетҡа өҫтөнлөк бирергә тейеш кеүек тә бит, әммә 2011 йылдың яҙында ике ҡалаға ла даими рейстар туҡтатыла.
"Өфө" халыҡ-ара аэропортының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Таһир Мөхәмәтшин фекеренсә, бәләкәй авиацияның үҫешенә республика юлдарының сағыштырмаса яҡшы торошо һәм самолетҡа билет хаҡының ҡиммәт булыуы йоғонто яһай. Шулай уҡ төбәктә осоуға ярашлы техниканың булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың бөтәһе лә тикшереү үтергә, тейешле сертификатҡа һәм лицензияға эйә булырға тейеш. Әммә бөгөн бындай юғары талаптарға яуап биргән Рәсәй самолеттары юҡ тиерлек. Шулай уҡ сит ил авиация техникаһының лоббиһы ла ҡеүәтле: бөгөн уларҙың өҫтөнлөгө тураһында бихисап һүҙ ҡуйыртыла. Ә сит ил техникаһын авиакомпаниялар, нигеҙҙә, лизингка ала, сөнки иң ябайҙарының хаҡы ла таможня түләүенән тыш ҡына өс миллион доллар тирәһенә баҫа. Шулай уҡ йыш ҡына таможня түләүе лә самолет хаҡының 40 процентына тиклем барып етә. Һөҙөмтәлә былар бөтәһе лә туранан-тура осоу хаҡының ҡиммәтләнеүенә килтерә.
Нефтекама менән Сибайға осҡан Л-410 самолеттары (Чехияла етештерелә) республика ҡаҙнаһы иҫәбенә алынған булған. Әммә улар – үтә лә ҡиммәтле техника. Яҡын араларға ҡулланыу бигерәк тә отошһоҙ булып сыға. Үҙебеҙҙең Ан-2 был йәһәттән күпкә сығымһыҙыраҡ булыр ине лә, әммә хәҙер бер моторлы самолетта пассажирҙар йөрөтөү тыйыла, шуға күрә даими рейстарҙа улар ҡулланылмай тиерлек.
Шулай уҡ яғыулыҡтың хаҡы ла йоғонто яһамай ҡалмай, кәрәсин дә, авиация бензины ла бик ҡиммәт. Һуңғыһын хәҙер Рәсәйҙә етештермәйҙәр, ә сит илдән килтерәләр (элек иһә бөтөн илдә етештерелгән, шул иҫәптән Өфөлә лә), һөҙөмтәлә уның хаҡы бер нисә тапҡырға арта.
Нуриәхмәт Ямантаев һөйләүенсә, Сибай аэропортының осоу майҙаны әлегә файҙаланылмай, әммә торошо бик яҡшы. "Самолеттарҙы ҡабул итергә иртәгәнән әҙербеҙ", – тип ышандырҙы ул. 2010 йылда тергеҙелгәндән һуң бында самолеттар аҙнаһына өс тапҡыр – иртән Өфөгә, кис кире Сибайға осҡан. Урал тау-байыҡтырыу компанияһы "Арҡайым" авиакомпанияһына ике самолет һатып алыуға инвестиция бүлә. Әммә ярты йылдан осоу туҡтатыла, төп сәбәп һаман да шул финанс хәленә ҡайтып ҡала. 1750 һумлыҡ билетҡа күптәрҙең хәле етмәй, шуға ла автобусҡа ҡарағанда самолетҡа өҫтөнлөк биреүселәр әллә ни күп булмай.
Нуриәхмәт Ямантаев үҙе аэропортҡа ике тиҫтә йылдан ашыу етәкселек итә. Уның хәтерләүенсә, заманында Сибай аэропортының киләсәгенә өмөт ҙур булған, үткән быуаттың 90-сы йылдарында реконструкция ла үткәрелгән. Аэропорттың хатта 40 тонналыҡ Ил-18 самолеттарын да ҡабул иткән мәлдәре була. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү, Новосибирск, Хабаровск, Минск ҡалаларына чартер рейстары яһағандар. Бер осор Дубай менән дә бәйләнеш булдырырға уйлайҙар, әммә төрлө сәбәп арҡаһында был уйҙары тормошҡа ашмай. Ә 2003 йылдан осоу бөтөнләй туҡтатыла. "Төп сәбәп – ихтыяждың ҡырҡа кәмеүе, халыҡтың аҡсаһыҙлығы ла бәкәлгә һуҡты. Шул уҡ мәлдә юлдар яҡшырыу менән еңел транспорт та үҫеш алды", – тип аңлатты быны етәксе. Уныңса, шул осорҙа республикала бәләкәй авиацияны һаҡлап ҡалырлыҡ аҡыллы сәйәсәт кәрәк ине.
Ниһайәт, быйыл апрелдән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында бәләкәй авиацияны үҫтереү программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, пассажирҙар авиабилет хаҡының 50 процентын ғына түләйәсәк, ҡалғаны федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан ҡапланасаҡ. Йәғни бындағы рейстарға билеттар махсус тариф буйынса һатыласаҡ һәм халыҡтың кеҫәһенә ауыр тәьҫир итмәйәсәк.
Нуриәхмәт Ямантаев был программаға ҙур өмөт бағлай, Сибай аэропортына ла уның ыңғай йоғонтоһо булыр тип ышана. "Билет хаҡының яртыһы субсидияланһа, әлбиттә, күптәр самолетта осоуға өҫтөнлөк бирәсәк. Мәҫәлән, әле Сибайҙан баш ҡалаға автобуста барып етеү өсөн 700 – 800 һум сығарабыҙ, ә юлға ярты көн сарыф ителә. Ҡыш иһә тағы ла оҙағыраҡ барырға тура килә. Әгәр ошо йә саҡ ҡына юғарыраҡ хаҡҡа Өфөгә бер сәғәттә барып етеү мөмкинлеге булһа, ни өсөн осмаҫҡа? Минеңсә, ул мәлдә һауа юлын һайлаусылар байтаҡҡа күберәк буласаҡ", – ти етәксе.
Әммә Таһир Мөхәмәтшин белдереүенсә, программа республиканың бәләкәй авиацияһы үҫешенә тиҙ генә йоғонто яһаясаҡ тип өмөтләнеүселәр хаталана: "Был бит башланғыс проект – әгәр ул уңышлы үтһә, йәғни самолеттағы урындар буш тормаһа, пассажирҙар күпләп оса башлаһа ғына, бындай тәжрибәнең төбәктәр эсендә лә дауам итеүе ихтимал". Шулай ҙа, уныңса, яҡын араға осоуҙы бәләкәй авиакомпанияларҙың үҙ ҡулына алыуы отошлораҡ. Улар өсөн был иҡтисади йәһәттән байтаҡҡа һөҙөмтәлерәк булыр ине, сөнки ҙур компанияларҙы бындай аралар әллә ни ылыҡтырмай. Шулай ҙа белгес фекеренсә, тармаҡтағы һәр әүҙемлек – яҡшыға ишара.

Әйткәндәй...
Рәсәйҙең бәләкәй авиацияһының хәле, ысынлап та, бөгөн әллә ни яҡшынан түгел. Төпкөл төбәктәрҙе бер-береһе менән тоташтырырға тейешле ҡанатлы транспорт бөгөн үҙебеҙҙә етештерелгән самолеттарға ҡытлыҡ кисерә, йыш ҡына һәләкәткә осрай. Әйткәндәй, Рәсәйҙәге бәләкәй авиация самолеттарының 50 проценты – бөгөн сит ил техникаһы.
Бөтөн үҫешкән илдәрҙә бәләкәй авиацияның иҡтисадҡа индергән өлөшө тос ҡына, әммә беҙҙә ул һуңғы йылдарҙа бигерәк артта һөйрәлә. Мәҫәлән, 1992 йылдан 2011 йылға ҡәҙәр Рәсәйҙә аэродромдар һаны 5,5 тапҡырға кәмегән – 1302-нән 237-гә ҡалған. Илебеҙҙең бәләкәй авиацияһы паркы АҠШ-тыҡынан 22 тапҡырға ҡалыша: беҙҙә 10 меңгә яҡын һауа транспорты булһа, уларҙа 224 меңгә еткән.


Вернуться назад