Халыҡ өсөн уңайлы16.04.2013
Халыҡ өсөн уңайлыЯңыраҡ Асҡарҙа пенсия фонды идаралығы өсөн бина файҙаланыуға тапшырылғайны, яҙҙың тәүге көндәрендә капиталь ремонттан һуң почта бүлексәһенең клиенттар залы халыҡты ҡабул итте. Һаҡлыҡ банкының бүлексәһе лә өй туйланы.

Әбйәлилдәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы директоры урынбаҫары Л.Р. Шафиҡов, “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе начальнигы урынбаҫары Р.Р. Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Р.Һ. Сыңғыҙов килде.
Халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн почта бүлексәһендә бөтә шарттар булдырылған, яңы йыһаздар һатып алынған. Бинала өс операция кассаһы эшләй, клиенттар залы ла уңайлы. Утыҙ йылға яҡын ошонда эшләгән оператор Гөлсөм Ғәбитованың әйтеүенсә, Белорет почтамтына ҡараған Асҡар почта бүлексәһе ай һайын планды арттырып үтәй. Бөгөн улар халыҡҡа 80 төрлө почта һәм коммерция хеҙмәте күрһәтә. Матбуғатҡа яҙылыу буйынса ла әбйәлилдәр һынатмай. Әммә почтальондарҙың эш хаҡы түбән булыуы, кадрҙарҙың етешмәүе мәсьәләләре борсой.
“УралТрейд” төҙөлөш компанияһы район халҡына заманса талаптарға яуап биргән банк бинаһы бүләк итте. Бында халыҡҡа киң мөмкинлектәр булдырылған, кассирҙар клиенттарҙы электрон сират буйынса хеҙмәтләндерә. Тимәк, элекке кеүек этеш-төртөш булмаясаҡ. Ҙур, яҡты фойела ата-әсәләре менән килгән балалар өсөн уйын мөйөшө бар, ял урындары махсус йыһазландырылған. Терминалдар тәүлек әйләнәһенә эшләй.


Вернуться назад